Ҡорбан байрамы алдынан республикала мәсет асыу тантаналары үтә 23.09.2015

Дәүләкән районы Суйынсы ауылында иман йорто сафҡа инде. Салауат ҡалаһы мәсетендә никах бүлмәһе эш башланы.

Изге йорт 2007 йылдың 20 сентябрендә төҙөлә  башлай. Фотоһүрәттә уның нигеҙен һалыу күренештәре. Ниәт,  изге икән, ул ҡасан да булһа тормошҡа аша. Суйынсыла һигеҙ йылға һуҙылған  төҙөлөш эштәре тамам. Мәсетте  төҙөүҙә ярҙам күрһәткән, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштар байрамға йыйылды.  
Рәүеф Сәфәрйәнов, Суйынсы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы: «Тарихи документтар буйынса Суйынсы ауылында элек өс мәхәллә булған.  Балалар  ғәрәп телендә белем алған. Ауылдаштар өлкәндәрҙең һөйләгәнен иҫтә тотоп Аллаһ йортон тергеҙергә ҡарар итә. Мәсеткә уны  төҙөүҙе ойоштороусыларҙың береһе  Рәмил Фәүәт улының әсәһе Роза Әхмәҙиеваның исеме бирелгән».  
Мәсет асыу тантанаһында үҙәк диниә назаратынан, Дәүләкән мәсетенән килгән ҡунаҡтар, урындағы етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, күрше ауылдар халҡы  ҡатнашты. Күркәм байрамға төрлө  тарафта йәшәгән ауылдаштар бүләктәр менән ҡайтҡан.
Салауат ҡалаһы  мәсетендә иһә никах бүлмәһе эш башланы. Унда тәүгеләрҙән булып  никахын Мостафиндар ғаиләһе теркәне.  Бүлмә  көнсығыш стилендә биҙәлгән.  Ғаилә ҡороусыларға ла, килгән ҡунаҡтарға ла уңайлыҡтар булдырылған. Мәсет эргәһендә фонтан да асылды. Дин әһелдәре уға тинлектәр ырғытмаҫҡа, уны  мохтаждарға бирергә саҡыра.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика