Онотолған һуғыш

Онотолған һуғыш 01.08.2014

Беренсе донъя һуғышы башланыуға 100 йыл тулыуға арналған саралар дауам итә. Башҡортостандан, ул дәүерҙә Өфө губернияһынан 300 меңдән ашыу һалдат яу яланына оҙатыла. Был ир-егеттәрҙең 45 процентын тәшкил итә. Иҫтәлекле датаға арнап  Башҡортостандың милли музейында бөгөн «Онотолған һуғыш» тип аталған күргәҙмә асылды. Унда Беренсе донъя һуғышының мөһим ваҡиғалары, тарих сағылдырылған.

Яҡындарына хаттар, ҡаһарманлыҡ миҙалдары, төрлө ҡоралдар һәм һалдат костюмдары... Рәсәй империяһынан 6 миллиондан ашыу һалдатты йәлеп иткән Беренсе донъя һуғышынан тороп ҡалған ҡомартҡылар барыһы ла ошо күргәҙмәлә урын алған. Башҡортостандың милли музейы экспозицияла коллекционерҙар ярҙамында тупланған 1 меңгә яҡын экспонат тәҡдим итә.
Күргәҙмәгә килеүселәр эксклюзив әйберҙәр менән таныша. Был ҙурайтып күрһәтә торған перископты Өфө губернияһынан Иона Кадомцев уйлап сығарған. Беренсе Донъя һуғышы осоронда  ярман һәм француздарҙа ундай ҡоролма булмай. Перископтар һалдаттарға окоптарҙан күҙәтергә ярҙам итә. Бынан тыш, күргәҙмәлә һалдаттарҙың яҡындарына яҙған хаттары, Беренсе Донъя һуғышы дәүерендә гәзиттәрҙә баҫылған ҡайһы бер мәҡәләләр менән танышырға мөмкин. Шулай ҙа күптәр өсөн ул  дәүерҙә ҡулланылған ҡоралдар айырым ҡыҙыҡһыныу уята.
Люис пулеметы 1913 йылда Америка Ҡушма Штаттарында уйлап сығарыла. Тәүгеләрҙән булып, ҡоралды Бельгия ғәскәре ҡуллана. Рәсәй империяһына Беренсе Донъя һуғышы осоронда 10 меңгә яҡын Люис пулеметы  килтерелә. 1930 йылда был ҡорал ҡулланылмай, ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланғас кире складтарҙан сығарыла. Күптәргә пулемет «Сүллектәге аҡ ҡояш» фильмынан таныш.
Беренсе Донъя һуғышында башҡорт ерҙәре яраланғандарҙы һәм пленға эләгеүселәрҙе ҡабул итә. Беҙҙә запас полктар һәм ышаныслы тыл урынлашҡан. Өфө губернияһы яу яланындағыларға ярҙам ҡулым һуҙыу өсөн хәйриә пунктары булдырған. Белорет һәм Тирлән тимер заводтары ҡорал эшләү өсөн тимер һәм ҡорос етештереүҙе ике тапҡырға арттырған. Бер быуат ғүмер үтеүгә ҡарамаҫтан, һуғыштың әсе нәфрәте әле лә хәтерҙә. Тарихыбыҙҙы оноторға, киләсәктә ундай хаталарға юл ҡуйырға ярамай, тигән фекерҙә ойоштороусылар.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку