Омск фажиғәһе шаһиттары тыуған ерҙәренә ҡайтты 18.06.2016

Бер йыл самаһы элек хәрби-һауа ғәскәрҙәренең уҡыу үҙәге казармаһы емерелеүе һөҙөмтәһендә 24 һалдаттың ғүмере өҙөлдө. Улар араһында Башҡортостандың биш вәкиле лә булды. Тағы ла өс яҡташыбыҙ ауыр тән йәрәхәттәре алды.

Фажиғәгә тарыусылар менән бергә хеҙмәт итеүсе егеттәр   илдең төрлө төбәктәренә таратылды. Ниһәйәт, бер йылдан һуң Ставрополь, Псков һәм Новороссийск ҡалаларында  сынығыу мәктәбе үткән десантсылар Өфө тимер юлы вокзалына килеп төштө. Уларҙы яҡындары, дуҫтары һәм һөйгән йәрҙәре ҡаршы алды. Байтаҡ ваҡыт үтһә лә егеттәр ул төндәге ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерләй.  Әрмелә лә булған саҡта ла улар йәрәхәт алған иптәштәре менән бәйләнеште өҙмәгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика