Оҙаҡ йәшәү сере физик күнегеүҙәрҙә

Оҙаҡ йәшәү сере физик күнегеүҙәрҙә 15.05.2015

Һәр хәлдә  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кәлимулла Ишбулатов ошондай фекерҙә.

17 йәшенән Ҡыҙыл Армия сафына алынған милләттәшебеҙ әле Свердловск өлкәһендә йәшәй. Яу яланында ауыр тән йәрәхәте алыуына ҡарамаҫтан, һуғыштан ҡайтҡас, физкультура техникумын тамамлай, көслө спортсы булып китә. Ваҡытында Кәлимулла Сәлим улы Пермь өлкәһендә уҙған марафонда һәм велоуҙышта, шулай уҡ СССР халыҡтары спартакиадаһында уңышлы сығыш яһай.  26 йыл буйына тренер булып эшләп,  спорт мастерлығына биш кандидат әҙерләй.  Бынан тыш, уға Мәскәүҙә үткән юбилей парадтарының береһендә  ҡатнашыу бәхете лә тейә.  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан, Сверловск өлкәһенең башҡорт йәмғиәте вәкилдәре  Кәлимулла Ишбулатовты ҡотларға йортона килде.  Хужа үҙе килгән ҡунаҡтарҙы аккордеонда  уйнап  һөйөндөрҙө.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку