Оҙаҡ көтөлгән күпер

Оҙаҡ көтөлгән күпер 29.01.2015

Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында тимер юл аша йәйәүлеләр өсөн күпер төҙөләсәк. Был туралағы ҡарарҙы бөгөн Өфөнөң транспорт прокуратураһы ҡабул итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тимер юл Шөңгәккүл ауылын икегә бүлә. Магазин йә башҡа социаль объекттарға барыр өсөн халыҡҡа тимер юлы аша үтергә кәрәк. Тик станцияла поездар оҙаҡҡа туҡтағанға күрә халыҡ, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып вагондар аҫтынан йөрөргә мәжбүр. Кешеләрҙең поезд аҫтына ҡалып һәләк булыу осраҡтары ла теркәлә. Өҫтәүенә, рельстар аша балалар сығып йөрөй, сөнки мәктәп икенсе яҡта урынлашҡан. Ә урау юл ике километр самаһы.  
Әммә урындағы халыҡтың бәләһе бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Кешеләрҙең Рәсәй тимер юлдары идаралығына мөрәжәғәт итеүе лә ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Ахыр сиктә халыҡ транспорт прокуратураһына мөрәжәғәт иә. Тәфтишселәр үткән йылдың октябренда тикшереү башлай. Станцияла поездарҙың туҡталҡала тороуо йәйәүлеләргә ҡамасаулауы асыҡлана.
Владислав Недорезов, Өфөнөң транспорт прокуроры ярҙамсыһы: «Транспорт прокуратураһы Шишмә районы прокуратураһына Тимер юлдары идаралығын Шөңгәккүл ауылында йәйәүлеләр өсөн күпер төҙөтөргә тигән мөрәжәғәт ебәрә. Район прокуратураһы осраҡ буйынса ыңғай ҡарар ҡабул итте. Уны тормошҡа ашырыу өсөн бер йыл ваҡыт бирелә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку