Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылында экологик бәхәс

Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ауылында экологик бәхәс 07.08.2015

Урындағы йүнселдәрҙең береһе тәбиғәтте һаҡлау зонаһында йылғаны быуып, һыу аша юл һала башлаған. Бының өсөн ул Ҡариҙел үҙәненә ҡырсынташ ташый. Ауыл халҡына иһә эшмәкәрлек рәсми рәүештә башҡарыла, бөтә кәрәкле документтар ҡулымда тип яуап ҡайтара. Был тиклем башбаштаҡлыҡҡа риза булмаусылар осраҡҡа мөмкин тиклем иғтибар йәлеп итергә тырыша.  

Был төркөм йылға аша һалыныусы юл менән риза булмаусыларҙың иң әүҙемдәре. Хозур тәбиғәтте ҡоротоуға юл ҡуймаясаҡбыҙ, ти Анатолий Смилык. Беҙ бында матурлыҡҡа һоҡланып, рәхәтләнеп йәшәйбеҙ, ә кемдер ошо ожмахты тағы байыу өсөн файҙаланмаҡсы, ти халыҡ.
Ваҡиға бер нисә ай элек башлана. Билдәле булыуынса, Ҡариҙел уртаһындағы утрауҙы эшҡыуар Жеребцов ҡуртымға ала. Халыҡ әйтеүенсә, уның ниәте - ҡунаҡ йорттары төҙөү. Ә туристарға билдәле булыуынса юл кәрәк.
Торба ролен күренеүенсә, ошо иҫке цистерна үтәйәсәк. Инде әҙер юлға уны нисек һаласаҡтар-билдәһеҙ. Вәғәҙәләр үтәләсәгенә был яҡтарҙа ғаиләһе менән ял итергә яратаусы Дмитрий ҙа ышанмай. Юл бары тик тәбиғәткә зыян килтерәсәк ти ул.
Дмитрий Шапошников: «Был тирә яҡын киләсәктә һаҙлыҡҡа әйләнәсәк тип уйлайым. Йылға ағымы бында сүп-сап килтерә, уны кем таҙалап торасаҡ. Башҡаса бында ял итеү мөмкинлеге булмаҫтыр инде».
Билдәле булыуынса, йылға аша юл һалыу эшен башлаған эшҡыуар Юрий Жеребцов Өфөлә йәшәй. Беҙҙең ижади төркөмдө күреп яныбыҙға килгән ир үҙен уның дуҫы тип танытты, һәм шулай уҡ төҙөлөш рәсми рәүештә бара тип аңлатты. Ләкин үҙе лә, Юрий Жеребцов та интервью биреүҙән баш тартты. Ә бына Тәбиғәттән файҙаланы һәм экология министрлығы эшҡыуарға йылғаны быуыуға бер кем дә рөхсәт бирмәгән тигән фекерҙә.
Азат Азаматов, Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының өфө буйы территориаль идаралығы баш белгесе: «Әгәр ҙә Юрий Жеребцовтың ғәйебе иҫбатланһа, физик шәхес булараҡ уға 3-тән алып 5 мең һумға тиклем штраф янай. Шулай уҡ ул эшмәкәрлеге эҙемтәләрен бөтөрөргә тейеш буласаҡ. Бәлки, яза кимәлен белгәнгә лә эшҡыуар йылғаны быуыуға тотонғандыр».
Сөнки штраф һәм башҡа сығымдарҙы һыу төбөнән сығарылған бер экскаватор көрәге ҡом менән ҡаплап була. Нисек кенә булмаһын, административ хоҡуҡ боҙоу осрағы буйынса ултырыш 13 августҡа  тәғәйенләнгән.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку