Нуриман районының Саруа һәм Вознесенка ауылын тоташтырыусы юлда 1 августҡа тиклем  ауыр йөк ташыусы фураларға юл ябылды 08.07.2017

Был туралағы ҡарарҙы Башҡортостан Хөкүмәте махсус комиссияһы ҡабул итте. Ауыл халҡының юлһыҙлыҡ проблемаһы Башҡортостан етәкселеге кимәлендә ҡарала. Республика башлығы юл төҙөүселәргә мәсьәләне хәл итеү талабын ҡуйҙы.Әлеге ватытта юл төҙөкләндереү даими контрольдә тотола. Башкиравтодор ойошмаһы юл төҙөкләндереүҙән тыш, ерле халыҡҡа  эш урындары ла булдырған. Юл ситен таҙартыуҙа ике тиҫтәнән ашыу кеше эшләй.

Саруа ауылы халҡы ошондай ауыр тәгәрмәстәр эҙе ҡалған юлдан йөрөргә мәжбүр. Юлһыҙлыҡтан интегеүсе халыҡ: «Тәртип булдырмай тороп фураларға юлды асмайбыҙ», тигән ҡәтғи талапта.  Республика етәкселеге мәсьәләне кисекмәҫтән  хәл итеү бурысын ҡуйҙы.
Яуым-төшөм күп булған миҙгелдә урман ташыусы ауыр йөк машиналары юл ҡатламын боҙа. Халыҡҡа дауаханаға барыу, теге йәки был йомош менән район үҙәгенә йөрөү быға тиклем оло проблема булған. Ҡариҙел менән Нуриман районын тоташтырыусы юл аша башлыса ауыр тонналы фуралар ағас ташыған. Яҡшы юл төбәк иҡтисады үҫеше  өсөн төп шарт. Ниһайәт, ауылды цивилизация менән тоташтырыусы юл проблемаһы хәл ителә.
Азат Хафизов, Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы?: «Подрядсы ойошма контрактына ярашлы, октябргә эштәр тамамланырға тейеш. Етәкселек талабы менән һуңғы ваҡытта юл ремонтлау тиҙләтелгән. 1 августҡа бында юл төҙөкләндереү тамамланырға тейеш».
Юлды төҙөкләндереүгә тәжрибәле белгестәр тотонған. Саруа-Воснесенка араһындағы ун өс саҡрымға ҡырсынташ түшәлә. Ул башта онтаҡлана һәм тәрән соҡорҙар хасил булған  урындар тигеҙләнә. Подрядсы ойошманың таулы ерҙәрҙә юл эшләү тәжрибәһе етерлек. Улар ошоға тиклем  Кирҙә-Атнаш юлын һалып, Ҡариҙелде  Нуриман районы менән тоташтырған.
Рифҡәт Баҙыҡов, юл төҙөлөшө ойошмаһы директоры урынбаҫары: «Юл ремонтлауҙа ауырлыҡтар 13 саҡрымда. Бында ауыр йөк транспорты күпләп йөрөп юлды иҙгән. Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар ҙа кире йоғонто яһаған. Транспорт хәрәкәтен кәметеү ҡырсынташ түшәүҙе лә еңеләйтәсәк».
Объект республика иҡтисады өсөн дә әһәмиәтле. Ҡариҙел йылғаһы аша күперҙән башланыусы юл бер-нисә төбәкте берләштереүсе ҡулса ролен үтәйәсәк. Нуриман менән Ҡариҙел райондары  үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, ти белгестәр. 2019  йылда ул Таҫтүбәгә сығып Төньяҡ-Көнбайыш төбәкте лә тоташтырасаҡ. Әммә әлеге ваҡытта юл хеҙмәттәре өсөн иң ауыры һәм яуаплыһы 8 саҡрымда ятҡан өлөштө төҙөкләндереү.  
Яҙмышын Нуриман ере менән бәйләгән халыҡ  та юл төҙөлөшөндә ыңғай үҙгәрештәргә шат. Урман сәнәғәте, туризм менән дан тотҡан төбәк етәкселеге - Ҡариҙел, Нуриман райондары һәм төньяҡ-көнбайыш төбәкте тоташтырыусы юл ҡулсаһы төҙөлөшөн иғтибар үҙәгендә тоторға һүҙ бирә. Тиҙҙән юлға һәм күпергә инеү өсөн   рөхсәт ителгән  ауырлыҡты белдергән  юл билдәләре лә ҡуйыласаҡ.
Саруа ауылының үҙәк урамдарының береһендә ауыр тонналы машиналарҙы  тикшереүсе контроль  пункты тәүлек әйләнәһенә  эшләй. Тимәк, улар ярҙамы менән бында юл төҙөкләндереүҙә  тотҡарлыҡтар булмаясаҡ. Ә еңел атомашиналарға ремонт эштәре барышында ла юл асыҡ буласаҡ.
Өс күсәрле КАМАЗ ауырлығы- егерме биш тонна ярымдан, биш күсәрле фура ауырлығы-ҡырҡ тонна һигеҙ йөҙ килограммдан артмаҫҡа тейеш. Сарвала йөк машиналары өсөн ауырлыҡ контроле эшләй. Күсмә пунттың һаҡта тороуы юл төҙөлөшөн дә тиҙләтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика