Нуриман районының 140 кеше шул иҫәптән 50 бала йәшәгән Иҫке Бәҙәй ауылын һыу баҫыуы ихтимал

Нуриман районының 140 кеше шул иҫәптән 50 бала йәшәгән Иҫке Бәҙәй  ауылын  һыу баҫыуы ихтимал 20.04.2016

Был Павловка һыуһаҡлағысында һыу ташлау күләме артыуы менән бәйле. төбәктә ташҡынға бәйле хәл киҫкенләшәүе сәбәпле әле үк урындағы  мәҙәниәт йортонда ваҡытлыса торлаҡ пункты ойошторолған.  Өфө йылғаһының кимәле күтәрелеүе тураһында Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ла иҫкәртте.

Баш ҡала янында ла йылғалароҙа һыу кимәле күтәрелә.  Ағиҙел бөгөн 7 метрҙы ашып китте. Өфө йылғаһы күрһәткестәре лә унан ҡалышмай. Кооператив аҡланы, Нижегородка, Затон биҫтәләрендә урынлашҡан йорттарҙы  һыу баҫты. Романовка һәм Козорез ауылдары менән автомобиль бәйләнеше өҙөлдө. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында халыҡты эвакуациялауҙы ойоштороу өсөн ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнеһенә эшләй.  Һыу Стәрлетамаҡ эргәһендә лә күтәрелә. Ташҡын хәүефе янаған урындарҙан 40 кеше эвакуацияланған. Хәлде ямғырҙар ҙа ҡатмарлаштырыуы бар. Бөгөн Мәҫәлән Өфөнөң Биатлон спорткомплексына юл һыу аҫтында ҡалды. Күнекмәләр әлегә ғәҙәти режимда бара. Республика ҡотҡарыусылары ҙур һыу миҙгеленә тулыһынса әҙер. Шулай ҙа ташҡын осоронда уяулыҡ халыҡтан да талап ителә. Ғүмерегеҙгә, мөлкәтегеҙгә зыян килмәһен өсөн һаҡланыу сараларын алдан күреү мөһим тигән фекерҙә белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика