Нимә теләйем, шуны эшләйем

Нимә теләйем, шуны эшләйем 20.09.2014

Баш ҡала уртаһында -Октябрь проспектының 130-сы  йорто алдында төҙөлөш бара. Бында урынлашҡан супермаркет алдында ер ҡаҙып, нигеҙ ҡорола башлаған. Ҡала хакимиәте вәкилдәре иһә төҙөлөш законһыҙ тип иҫбатлай. Тик эште туҡтата алмай.

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, бында эш икенсе көн  дауам итә. Төҙөүселәр траншея ҡаҙып цемент ҡоя башлаған. Әле тупраҡ сығарыла. Үҙен участка мастеры тип танытҡан егет рөхсәтебеҙ бар тип иҫбатлай.
Илдар Исхаҡов: «Эшкә рөхсәт бар, тик ул етәкселә, ул дүшәмбе  килә. Беҙ яуаплылығы сикләнгән «Партнер» йәмғиәте менән килешеү төҙөнөк, әле уға ярашлы эштәр алып барабыҙ».
Эш барған урынға Йәмәғәт хәүефһеҙлеге белгестәре килеп протокол төҙөй башлағас егет юҡ булды, мин ябай эшсе, хужаларҙан һорағыҙ тип аҡланды ул. Белгестәр билдәләүенсә, эш ҡағиҙәләрҙе боҙоп алып барыла.
Финат Вәлиев, Өфөнөң йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторы: «Мин төҙөлөш эштәренең рөхсәт биреүсе ордерһыҙ алып барылыуын күптән күргәнем юҡ. Был тупаҫ ҡағиҙә боҙоу тип һанала. Мастер ҙа юҡ. Өҫтәүенә,  төҙөлөш эштәре барған урында кеше үтә алмаҫлыҡ ҡойма булырға тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку