Немец исемле, милләте буйынса сыуаш, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара 09.01.2015

Көйөргәҙе районының Маячный ҡасабаһында йәшәүсе Вернер Семеновты төбәктә белмәгән кеше юҡтыр.

Вернер Макар улы тормошҡа һөйөү менән баға. Тормош һынауҙарына ябай күҙлек аша ҡарап өйрәнгән ижадсының һәр көнө йыр-моң менән үтә. Ул гел яңынан-яңы эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Милләтем буйынса сыуаш, исемем немецтыҡы булһа ла, күңелем менән башҡорт мәҙәниәтенә тартылам. Айырыуса, халыҡ йырҙарын башҡарғанда аңлатып бөткөһөҙ тойғолар кисерәм, ти ул.
Ә был стенала Вернер Макар улының ижад юлы һүрәтләнә. Республика, Рәсәй кимәлендә үткән конкурс-фестивалдәрҙә яулаған диплом, маҡтау ҡағыҙҙарының иң-иңдәре генә урын алған. Шулай ҙа иң ҡәҙерлеһе иһә ташҡа баҫылғаны. Шағир Кинйәғәле Абдуллиндың шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар китабы. Был баҫмала Вернер Семеновтың тиҫтәләп көйө иҫәпләнә.
Вернер Семеновты көйөргәҙеләр үҙешмәкәр сәнғәт оҫтаһы, талантлы кеше булараҡ белә. 50 йылдан ашыу ғүмерен ул  Күмертау ҡалаһы сәхнәһенә арнай. Тамашасы һөйөүен яулай. Ижадсының репертуарында биш тиҫтәләп төрлө телдәге йырҙар бар. Уларҙың яртыһынан күбеһе башҡортса...
Йорт эсе үҙенсәлекле бер моңға тулды. Вернер Семеновтың баян төймәләренә баҫҡан бармаҡтарына, хатта, күҙ ҙә эйәрмәй. Тормош иптәше Фәриҙә ханым ижадсының төп таянысы.
Вернер Семеновтың киләсәккә пландары күп. Шуларҙың береһе - 70 йәшлек юбилейына арналған ижад кисәһен ойоштороу, башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсында ҡатнашыу. Тик сәләмәтлек кенә булһын, ти моң эйәһе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика