Нефтекама ҡалаһында студент егет бер нисә минутҡа миллионерға әйләнә 07.09.2016

Ул үҙ иҫәбендәге 2 мең 200 һумды алыу өсөн банкка килә. Кассалағы ҡыҙ суммалағы өтөрҙә хаталанып студентҡа бер мең тапҡыр ҙурыраҡ сумма- 2 миллион 200 мең һум тоттора.  

Егет әйтеүенсә, иң тәүҙә аҡсаны үҙендә ҡалдырыу ниәте көслө була. Шулай ҙа Марсель бар сумманы кире ҡайтарырға була.  Бының өсөн ул урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәрен шаһит итеп саҡыра. Әммә Һаҡлыҡ банкының Нефтекама ҡалаһындағы бүлексә идарасыһы тәүҙә аҡсаны алыуҙан баш тарта.
Егет кассирға хатаһын аңлатып бирә, миллиондарҙан баш тартып, үҙенең хәләл аҡсаһын- 2 мең 200 һумын ала.  Банк етәкселеге намыҫлы егеткә бүләк вәғәҙәләгән. Уныһы күпме һәм ҡасаныраҡ бирерҙәр - мәғлүм түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика