Насар орлоҡ ергә сүп-сар тарата

Насар орлоҡ ергә сүп-сар тарата 23.04.2015

Был хәлдән ҡотолоу өсөн  орлоҡҡа һәм үҫемлек сифатына ныҡлы контроль кәрәк, ти белгестәр. Халыҡ ҡаҙаныштары  күргәҙмәләр йорто алдында һатылған  үҫентәләр ҙә «энә күҙенән» тиерлек  үткәреп тикшерелде. Был эш менән  Рәсәй дәүләт ауыл хужалығын  күҙәтеү инспекторҙары шөғөлләнде.

Һауа торошо һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ  майҙанда ойошторолған орлоҡ һәм үҫентеләр баҙарына ағыла.Һатыусылар үҫенте-ҡыуаҡтар менән сауҙа иткән арала инспекторҙар  тейешле документтарҙы тикшерә.
Үҫенте, ҡыуаҡлы ағастар, орлоҡ менән сауҙа итеүселәр йыл һайын бер үк тырмаға баҫа. Улар Краснодар һәм Силәбе өлкәһенән килтерелгән  тауарҙарын Башҡортостанда үҫкән тип һатыуға сығара. Ерлеккә яраҡлаштырылмаған еләк-емеште матур һүрәттәргә ҡарап халыҡ күпләп һатып алып отола, ти инспекторҙар.
Рәмзиә Хәйриева юғары белемле агроном. Үҫемселек  һәм орлоҡсолоҡ баҙарында осраҡлы кеше түгел. Ул һәр ҡыуаҡты яҡшы итеп тәрбиләп үҫтереп  һатыуға сығара. Шәхси ихатаһында ситтән индерелгән үҫентеләргә өҫтөнлөк бирелмәй.
Наталья Овчинникова орлоҡсолоҡ һәм үҫемселек баҙарында ете йылдан ашыу. Уның даими һатып алыусылары ла бар. Сауҙа  иткәндә ултыртыу ваҡыты  сығыу осраҡтары һирәк. Әммә һатылмай ҡалған ҡаптар ҡалғанда орлоҡтарҙы   әрәм итмәй, үҙ биләмәһендә үҫтерә.
Наталья Овчинникова, орлоҡ һатыусы: «Үҙемә сәсәм. Минең һатып алыусылар ҡыл ҡыбырҙатмай, емештең һыуһынын ҡандырмай ғына мул уңыш алырға тырыша. Көс түкмәйенсә, емеш алып булмай».
Орлоҡтарҙың үҙенә йәлеп итеп торған тыштарында дәүләт сифаты тигән тамғаһы ла бар. Әммә был ҡаптар һатыусынан һатып алыусылар ҡулына килеп юлыҡҡансы әллә күпме юл үтә. Орлоҡтарҙың яҡшы итеп шытым биреүенә бер кем дә ышаныс белдермәй.  
Лира Хәсәнова ғүмере буйы баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә.Тәжрибәле баҡсасы көндәрҙән-бер көндө матур тышлы ҡаптарға алданып ҡуйырмын тип уйҙы башына ла индермәй. Борос   урынына нидәйҙер ят үҫенте һатып алыуын орлоҡтар шытым биргәс кенә төшөнә.
Оҙаҡламай юл буйҙарына помидор, борос, кәбеҫтә үҫентеләре  һатыусылар сығып баҫасаҡ. Тиҙерәк ҡулға мул аҡса төшөрөү ниәте менән янған эшҡыуарҙар араһында мутлашыусылар ҙа осрай. Ғәҙәттә, улар нитраттар менән туҡландырып  буй еткергән  үҫентеләр тәҡдим итә. Ә белгестәр уларҙың тамыр ныҡлығына иғтибарлы булырға  кәңәш итә.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку