Наркополиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан уҙған ял көндәрендә республикала 25 килограмдан ашыу синтетик наркотик табылды

Наркополиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан уҙған ял көндәрендә республикала 25 килограмдан ашыу синтетик наркотик табылды 07.10.2014

Оператив-эҙләү сараларында  улар Өфөлә  «Дэу Нексия» автомобилен туҡтата.

Тикшереү барышында машинала 21 килограмдан ашыу ағыулы матдә йәшеренеүе асыҡлана. Ҡулға алынған Бөрйән һәм Шишмә райондары егеттәре әйтеүенсә, наркотиктарҙы улар Мәскәүҙән алып илдең төрлө төбәктәренә ташыу менән шөғөлләнгән. Әммә эш биреүселәре менән бер ваҡытта ла осрашмаған. Мобиль ҡушымта һәм социаль селтәрҙәр аша бәйләнешкә сығып, улар наркотиктарҙы махсус йәшерелгән урындарҙан алған. Һуңынан телефонға тауарҙы ҡайҙа алып барырға кәрәклеге тураһында смс-хәбәр килгән. Шулай уҡ наркополицейскийҙарҙың Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларында уҙғарған оператив-эҙләү саралары барышында ойошҡан енәйәтсел төркөмдең 15 ағзаһы ҡулған алынған. Дүрт килограмға яҡын наркотик матдә юҡ ителгән. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку