Мысыр урынына – Төркиәгә

Мысыр урынына – Төркиәгә 07.11.2015

Бөгөн таңға йылы яҡтарҙа ял итергә сәфәр сығыусылар йүнәлешен үҙгәртергә мәжбүр булды. Оператив штаб ҡарары нигеҙендә Рәсәй самолеттары махсус ҡарарға тиклем Фирғәүендә иленә осмаясаҡ. Барлыҡ аэропорттарҙа Мысырға осоусыларға башҡа йүнәлештәр тәҡдим ителә. Был илдән беҙҙең ватандаштарыбыҙ планға ярашлы сығарыла башланы.

Өфө ҡалаһынан Александр әфәнде тыуған көнөн Ҡыҙыл диңгеҙ ярында үткәрергә күнеккән. Ноябрь Мысырҙа ял итеү өсөн иң ҡулай осор. Әммә быйыл планға үҙгәрештәр индерергә тура килде.
Оператив штаб ҡарары менән махсус күрһәтмәгә тиклем  Рәсәй самолеттары Фирғәүендәр иленә осмаясаҡ. Александр һәм уның төркөмөндәге башҡа туристарға  Төркиәлә ял итеү тәҡдиме яһалды.
Оператив штаб ҡарары ватандаштарыбыҙҙың именлеген тәьмин итеүгә бәйле. Мысырҙа Рәсәй самолеттарына ҡарата терор ғәмәле  хәүефе ҙур тигән фекерҙә белгестәр. Шуға ла путевка алыусылар  ризаһыҙлыҡ белдермәне. Юллама аҡсаһын кире ҡайтарырға теләүселәр булһа ла, был мәсьәлә әлегә көйләнмәгәнлектән, күптәр йүнәлеш үҙгәртеүҙе хуп күрҙе. Өфө Аэропортынан  самолет Анталияға юл алды.
Илдең иң эре 28 аэропортында Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы оператив төркөм ойошторҙо. Хеҙмәткәрҙәргә Мысыр ғәрәп республикаһынан ҡайтыусыларға ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелгән. Халыҡ-ара Өфө аэропортында оператив штаб ҡарары үтәлеше менән республика башлығы ла ҡыҙыҡһынды.
Яҡынса мәғлүмәткә ярашлы Мысырҙа 80 мең ватандашыбыҙ ял итә. Уларҙы ла планға ярашлы ҡайтарыу башланды. Юлсыларҙың именлеге өсөн  багаж  хужаһынан айырым сәфәр менән ҡайта.
Мысыр аэропрорттарындағы ватандаштарыбыҙҙы ҡайтарыуға сәфәр сығыусыларҙың именлеге өсөн яуаплы барлыҡ министрлыҡ һәм ведомстволар йәлеп ителгән. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм транспорт министрлыҡтары, туризм буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәй туроператорҙар берлеге һәм Росавиация пассажирҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку