Мутлашыусыға ниндәй хөкөм? 22.06.2015

Өфөлә фатир менән ҡуша һатылған Рассказовтар ғаиләһе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Октябрь проспектындағы бер бүлмәле фатир тирәләй 2012-се йылда башланған низағ ошо көндәргәсә дауам итә. Бөгөн торлаҡты һатыуҙа ҡатнашыусы Айгөл Букановаға ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды.

Наталья Рассказова фатирының икенсе кешегә һатылыуы тураһында, коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанция алғанда белә. Торлаҡта теркәлеүселәр артыуын күргәс аптырап ҡала. Һуңғараҡ, уның элекке тормош иптәше Юрий Рассказов фатирын хосусилаштырып уны ҡатыны, ҡыҙы һәм ике ейәнсәре менән бергә һатыуы асыҡлана.
Бөгөн Өфөнөң Октябрь район судында Айгөл Букановаға ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Ҡатын ялған документтар эшләп кеше фатирын һатыуҙа ғәйепләнә. Суд өс йыл барҙы.
Айгөл Буканова үҙ ғәйебен танымай. Төрлө аҡланыуҙар таба. Камеранан битен йәшерә, хәбәрселәр менән аралашырға теләмәй.
Быға тиклем суд ултырыштарында фатир ялған юл менән һатылған тигән ҡарар сығарыла. Айгөл Буканова бер нисә тапҡыр һаҡ аҫтына алына. Бөгөн ул иректә. Ҡатындың ике балаһы бар. Бәләкәйенә 2 йәш. Тап ошо хөкөм ҡарарын йомшартыусы факт булып сыҡты. Ҡатынды балаға 14 йәш тулғас 5 йылға иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарылды.  
Наталья Рассказова ниһайәт фатирын кире ҡайтарып, тыныс тормошта йәшәрмен тигән ышаныста. Суд артынан суд, ҡурҡытыуҙар, алдауҙарҙан ул ялҡып бөткән. Ләкин суд ҡарары уны ҡәнәғәтләндермәй.
Наталья Рассказова, зыян күреүсе: «Буканова һымаҡтарҙы йәмғиәттән ситләштерергә  кәрәк. Уның намыҫһыҙлығынан күпме кеше зыян күрҙе. Мин төрмәгә ултыртырҙар, реаль срок бирерҙәр тип уйлағайным. Был ҡурҡыныс ваҡиғаларға нөктә ҡуйылғанына, хатта ышанмайым».
Әле ҡатын ғаиләһе менән шул торлаҡта йәшәй. Ул хужаларына кире ҡайтарылған. Суд ҡарарына ҡаршы килеп булмай. Айгөл Буканованың кескәй балаһына 14 йәш тулғансы ниндәй үҙгәрештәр булыры ла билдәһеҙ. Ләкин шуныһы аныҡ, бер ниндәй ҙә ҡарар түгелгән күҙ йәштәрен, кисерелгән ҡайғыларҙы ҡаплай алмаясаҡ.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика