Мунсанан - баҡса өйөнә 11.12.2014

Иглин районында йәшәүсе күп балалы ғаилә мунсала ҡыш сыҡҡан. Матди яҡтан ҡытлыҡ кисергән ата-әсә бөгөн дә ярҙамға мохтаж.

Сабый әлегә ата-әсәһенең тормошта ниндәй ҡаршылыҡтар аша үтеүен белмәй. Бөгөн ул иң ғәзиз кешеләре менән йылы йортта йәшәй. Нәзәхәт менән Евгений  Вейберттар  алты бала тәрбиәләй.  Уларҙың иң олоһона ун йәш тулһа, кинйәләренә бер ай ғына. Әйткәндәй, ғаилә Өфөнөң Дим биҫтәһенә яңыраҡ ҡына күсенгән. Йылы  йорт, йәшәү өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙең булыуы хаҡында элек хыялланырға ғына  мөмкин ине, ти ғаилә башлығы.
Евгений Вейберт, күп балалы ата: «Иң ауыры һигеҙ йыл буйы балалар менән фатирҙан-фатирға күсенеп йәшәү булды.  Ғаиләне туйындырыр, кәрәк-яраҡ менән тәьмин итер өсөн көнө-төнө эшләнек».
Әлбиттә, өс бала менән күсмә тормош алып барыу ауырға төшә. Бигерәк тә, дүртенсе сабыйҙары тыуғас, ғаилә матди яҡтан ҡытлыҡ кисерә башлай һәм ярҙам һорап Иглин районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә.
Флорида Мосейчук, Иглин районының Ҡалтыман ауыл хакимиәте башлығы: «2011 йылда беҙ уларға Алаторка ауылынан сиратһыҙ ер алырға ярҙам иттек. Сабыйҙарын мәктәпкә, балалар баҡсаһына урынлаштырҙыҡ».
Алаторкала йәшәй башлар өсөн күп балалы ғаилә бәләкәй генә ер участкаһында тиҙ арала мунса күтәртә һәм бер йыл дауамында шунда көн күрергә мәжбүр була.
Мунсала йәшәй башлағандан һуң, ғаилә тағы ла ишәйә. Бишенсе сабый тыуғас, «Әсәлек капиталы» һәм кредит ярҙамында йорт төҙөй башлау мөмкинлеге асыла. Тик был аҡса йорт күтәртеүгә, ҡыйығын ябыуға ғына етә. Газ үткәреү түгел, хатта мейес һалып сығырлыҡ та аҡса булмай. Өфөнөң Рәсәй-немец  йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ғаиләнең ниндәй шарттарҙа йәшәүен күреп, аптырауға ҡала һәм ярҙамға ашыға.
Вениамин Серебрянников, бағыусы: «Тәү сиратта, ғаиләнең мунсала йәшәүе аптыратһа, Һуңынан өйҙәренә ингәс, йәшәү шарттары булмауы тағы ла тетрәндерҙе. Мин уларға ҡышҡы һыуыҡта үҙемдең баҡса йортомда йәшәп торорға тәҡдим иттем».
Шулай ҙа йәш ата-әсә ҡыйыҡһыҙ ҡалыуҙан түгел, ғәзиз сабыйҙарын юғалтыуҙан ҡурҡа. «Тормош мәғәнәһе – балаларҙа»,- ти улар.  
Нәзәхәт Вейберт, күп балалы әсә: «Беҙгә килеп йөрөгән педиатр, әгәр ҙә мин ярҙам һорап йөрөһәм, балаларһыҙ ҡалыуың ихтимал тине. Йәшәү өсөн шарттар булмағас оциаль хеҙмәттәр килеп, уларҙы алып китә ала. Был минең өсөн иң аяныслыһы».
Был күҙ йәштәре тормошҡа әрнеүҙән түгел... Әсә кеше өсөн баланан да татлыраҡ, яҡыныраҡ кеше юҡ. Ғаилә башлығы ла тиҙҙән ағас эшкәртеү буйынса оҫтахана асырға ниәтләй. Бының өсөн бар мөмкинлектәр ҙә бар, ти ул. Алты сабыйға ғүмер биргән ғаилә төҙөй башлаған йорттарына тиҙерәк сығыу маҡсаты менән йәшәй.  Киләһе реквизиттар аша уларҙың  хыялын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә мөмкин.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика