МТС музейы 28.11.2014

Кешелектең һәр йәшәлгән көнө тарихҡа яҙылып өлгөрмәгән серле биттәрҙе алып китә.МТС, йәғни машина-трактор станциялары музейын ойоштороусыларҙың береһе, ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Зәки Кадиков та  ошо хәҡиҡәт өсөн янып йәшәй.

«Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары берләшегеҙ!». Ябай тырма һәм һуҡа менән эшләүсе илебеҙ ошо девиз аҫтында ҙур индустриаль держава кимәленә күтәрелә, ҡеүәтле колхоз-совхоздар ойоштора. Үткәндәрҙең ҡомартҡылары «Башсельхозтехника» предприятиеһының МТС музейында һаҡлана.
Сталин менән фото.1935 йылғы тарихи фотола яҡташыбыҙ - алғы рәттә һулдан икенсе ултырыусы Шәйми Шәйхәттәров та бар. Ул саҡта Кушнарен районының Туҡмаҡлы МТС-ында эшләгән Шәйми ағайға Мәскәүҙә стахановсылар кәңәшмәһендә ҡатнашыу бәхете тейә. «Һуҡалы Рәсәй» тип йөрөтөлгән илебеҙ ауылдары тап шул йылдарҙа тәүге тракторҙарҙы күрә. Был цивилизацияның башында МТС, йәғни машина-технологик станция тигән ойошма тора.
Һирәк данала ҡалған ҡәҙерле әйберҙәрҙе хәҙер «ретро» тип йөрөтәләр. Әйткәндәй, улар менән ҡыҙыҡһыныу ҙа бермә бер артты. Тиҫтә йылдар буйына яланда һәйкәл булып торған боронғо тракторҙың Мәләүез ҡалаһының эсенә йәшереп ҡуйылыуы ла шул хаҡта һөйләйҙер.Иҫке әйберҙәргә тарихи баһа биреү етешмәүе микән, был музейҙы асыусыларға ла республика буйлап өй беренсә йөрөргә тура килә. Ул музей нәмәгә кәрәк тигән һүҙҙәрҙе лә битараф кешеләрҙән йыш ишетә улар.МТС музейын төҙөргә лә  «Башсельхозтехника» кеүек көслө предприятиеның ярҙамы кәрәк булып сыға.
«Башланған эш - бөткән эш» тигәнде музей ойоштороу эшендә ҡулланып булмайҙыр. Ни өсөн тигәндә, шундай ҡеүәтле аграр республиканың ауыл хужалығы музейын төҙөү тиҫтә йылдарға һуҙыласаҡ ныҡышмалы эш талап итә. Машина-технологик станция музейының район филиалдары ла төҙөлә. Әммә улар әлегә башланғыс кимәлдә генә. Урындағы патриоттарға рәхмәт, шул уҡ ваҡытта битарафтар ҙа етерлек, ти МТС музейын ойоштороусылар.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика