Мосолмандар изге сәфәргә – Мәккә-Мәҙинәгә хаж ҡылырға әҙерләнә 24.07.2014

Махсус комиссия мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл Рәсәйҙән Сәғүд Ғәрәбстанына 16 мең 400 кеше юлланасаҡ.

Сәфәр ҡылыусыларҙың төркөмө 27 августа юлға сыға. Руханиҙар өйҙәренә 9 ноябрҙән дә һуңға ҡалмай ҡайтасаҡ. Былтыр путевкалар хаҡы 105 мең һумдан 145 мең һумға тиклем барып еткәйне. Быйыл да хаҡтар ошо сумманан артмаясаҡ, тип күҙаллана. Башҡортостанда сәфәрҙе ойоштороу менән хәйриә хаж фонды, "Ихлас" мәсете һәм яуаплылығы сикләнгән ике ойошма шөғөлләнәсәк.   Был мәғлүмәттәр Республика Президенты ҡарамағындағы дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында иғлан ителде. Хажға юлланыусыларға денге биҙгәге, грипп, коронавирус һәм менингококк инфекцияларынан вакцина эшләтеү кәңәш ителә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика