Минең полициям мине һаҡлай

Минең полициям мине һаҡлай 31.07.2015

Нуриман районы Байгилде ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Фатима Низаметдинова тәртип һаҡсыларына ҡарата әйтелгән был һүҙҙәрҙең тапҡырлығына үҙ миҫалында инанған. Ихатаһындағы келәтенән һыу һурҙыртҡыстарын урлатҡан хужабикәгә полиция хеҙмәте ярҙамға килә.

Фатима Низаметдинова яңыраҡ ҡына һикһән йәшен билдәләгән. Хеҙмәт ветеранына ауылда олоһо ла, кесеһе лә ихтирам менән ҡарай. Ижади күңелле ханым ауыл гимнына әүерелгән «Байгилде ауылҡайым»  йырының авторҙашы ла.
Оло йәштәге ханым үҙе намыҫсан, үҙенә һәм башҡаларға ғәҙел ҡарашта тәрбиәләнгән быуын вәкиле. Донъяла яҡшы кешеләр барыбер ҙә күберәк тип иҫәпләй. Быға ул яңыраҡ тағы бер инанған. Ихатаһынан бурҙар ике һыу  һурҙырғысын алып сығып киткәс, хужабикәгә тәртип һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә тура килгән.  
Зыян  ун мең һумға баһаланған - хаҡлы ялдағы кеше өсөн был аҙ аҡса түгел. Саҡырыуға тиҙ арала килеп еткән тәртип һаҡсылары тәүҙә ваҡиға урынын ғына ҡарап ҡалмай, ә ауыр хәлдә ҡалған оло йәштәге кешене йыуатырлыҡ һүҙҙәрен дә таба. Ҡараҡтарҙың эҙенә тәүлек эсендә төшәләр.
Фәнзил Фәйзуллин, Рәсәй эске эштәр министрлығының Нуриман районы буйынса бүлеге вәкиле: «Енәйәтселәрҙең эҙенә тиҙ төштөк. Улар икәү ине. Ауылға аҡса эшләргә ҡырҙан килгән кешеләр  һыу һурҙырғыстарҙы күреп, уларға айыу майы һөрткән».
Шул уҡ кис тәртип һаҡсылары Фатима ханыма һөйөнөслө хәбәр еткерә. Хужабикәнең ҡыуанысының иге-сиге булмай.
Фатима Низаметдинова, Байгилде ауылында йәшәүсе: «Ҡараҡтарҙы тиҙ таптылар. Афарин беҙҙең полиция хеҙмәткәрҙәре - енәйәтселәрҙең эҙенә тиҙ төштө. Улай йәһәт кенә табылыр тип уйламағайным да. Рәхмәтемде нисек белдерергә белмәйем. Рәхмәт Һеҙгә. Полиция хеҙмәтендә тап шундай алсаҡ, ярҙамсыл кешеләр эшләүенә мин бик шатмын».  
Фатима Ҡаһир ҡыҙы рәхмәт белдереп Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына  хат яҙа. Уға ярҙам күрһәткән полиция хеҙмәткәрҙәрен генә түгел, тотош Башҡортостан тәртип һаҡсыларының еңел булмаған хеҙмәте өсөн ихлас рәхмәтен белдерә.
Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре Фатима Низаметдинованың өйөндә ҡәҙерле ҡунаҡ. Үҙ биләмәһендәге участковыйҙы Фәнзил Фәйзуллинды ханым «улым» тип кенә йөрөтә. Хеҙмәт ветераны хөрмәт йөҙөнән үҙенең ижад һандығында полиция хеҙмәткәрҙәренә арналған  шиғыр һәм йыр  барлыҡҡа килер тип вәғәҙәләй.

Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте ярҙамында
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика