Минең ожмах мөйөшөм, йәки ҡатын-ҡыҙҙар, сәскә үҫтерегеҙ! 26.07.2014

Миәкә районының Сатый ауылында йәшәүсе Айгөл Ғафарова интернет селтәренән бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға шундай теләк менән мөрәжәғәт итә. Гөл-баҡсаға күмелгән ихатаһында хужабикә 100-ләп сорт сәскә үҫтерә. Күп йыллыҡ тәжрибәһен  ауылдаштарына, интернет селтәрендәге меңдәрсә дуҫтарына еткерергә лә ваҡыт таба.

20 йылдан ашыу инде Айгөл Ғафарова үҙенең баҡсаһында һирәк осрай торған сәскәләр үҫтереү менән шөғөлләнә. Киң билдәлеләре араһына да иң сағыуҙарын иң матурҙарын ғына һайлап ала. Меңләп һауыт сәскә үҫентеләрен Айгөл ғинуар-февраль айҙарында уҡ өй эсендә ултырта. Артабан улар теплицаға күсә. Тәүге сәскәләр йорт алдында май айында уҡ күҙҙең яуын ала башлай. Әлбиттә, һәр эштә Айгөлдөң төп ярҙамсыһы - тормош иптәше Флүр Кәлимулла улы. Флүр Нәсибуллин, Айгөл Ғафарованың тормош иптәше: «Мин уға ярҙам итәм. Ҡыштан ер әҙерләп ҡуябыҙ». Бынан күп йылдар элек яҙмыштарын уртаҡ иткән ир менән ҡатын бер-береһенән бик уңған. Эшсән хужалар үҙ көстәре менән иркен йорт һалып ингән, уның тирә-яғын гөл-сәскәгә күмеп ҡуйған. Йорт алдында сылтырап ағыусы фонтан бер үк ваҡытта сәскәләр өсөн һыу йылытыу ҡоролмаһы ла. Унда бер тонна һыу һыя. Уңған хужалары тырышлығы менән тыуҙырылған гөл-баҡса ысын мәғәнәһендә бөтә ауылдың сағыу биҙәге. Сөнки уңған хужалар төҙөк донъяларын башҡаларҙан бейек ҡоймалар менән ышыҡларға ашыҡмай. Киреһенсә, был матурлыҡты улар ауылдаштарына бүләк итә. Сәскә үҫтереүҙә туплаған тәжрибәһен Айгөл Ғафарова ихлас күңелдән ауылдаштары менән дә уртаҡлаша. Уларға йәш үҫентеләрен, кәңәштәрен дә бирә. Айгөлдөң тырышлығы менән урындағы мәктәп баҡсаһы ла күҙҙең яуын алып тора. Сатый ауылы  -112-се башҡорт атлы дивизияһының ҡаһарман яугиры Аҫылгәрәй Нафиҡовтың тыуған ере. Ә инде гүзәл заттарға килгәндә, улар Гөлсәсәк, Айгөл, Лилиә һәм Миңлегөлдәр. Сатый ауылында исемдәре гөлгә бәйләнмәгән ҡатын-ҡыҙҙар юҡ шикелле. Сәскәләр батшабикәһе Айгөл Ғафарова кеүек улар ҙа гүзәллеккә ғашиҡ. Сәскә үҫтереүсегә кәңәш һорап интернет селтәренән көн дә йөҙҙәрсә хаттар килә, меңдәрсә кеше Айгөлдөң сәскәләренә һоҡланыуҙарын лайктар менән белдерә. Баш ҡаланан һәм гөл-сәскәле сит ил ҡунаҡханаларынан алыҫта Айгөл Ғафарова үҙенең ожмахын ҡорған. Кем белә, бәлки киләсәктә Айгөл Ғафарованың сәскәселек мәктәбе лә барлыҡҡа килер. Сәскәләр симфонияһы мәктәбе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Раузина
06.08.2014 16:08:29
Айгөл. сәскәләрең бигерәк матур!!!

Возврат к списку


Яндекс.Метрика