Миллионлы халҡы булған мегаполиста тығындарҙан ҡотҡарыу сараһы 19.01.2017

Өс йыл элек баш ҡалала йәшәүсе Алексей Андреев «тимер ат»ынан баш тартып, мопедта йөрөй башлаған. Ике тәгәрмәсле техника йыл әйләнәһенә юлда.

Алексей Андреев буш ваҡытын өйҙә түгел, ә гаражда үткәрергә күнеккән. 1994 йылғы мопедын даими ремонтлап, запас частарын алмаштырып тора. Йүнсел киләсәктә иҫке техниканың двигателен тағы ла яңыртып, ҡеүәтен көсәйтергә ниәтләй. Төп маҡсаты - тиҙлекте 100 км-ға тиклем арттырыу. «Эшкә йөрөүгә киткән ваҡыт күпкә ҡыҫҡарыр ине»,-ти Алексей.
Алексей Андреев, экстремал-водитель: «Иртәнге тығындарҙа Революция урамынан Сипайлово биҫтәһенә эшкә автомобилдә ике сәғәткә яҡын бара торғайным. Өсөнсө йыл инде мопедта йөрөйөм. Бик уңайлы, ни бары бер сәғәтлек ара. Ҡышҡыһын ғына ауырға төшә. Юлдар тайғаҡ, ҡар күп, шуға ла асфальт күренгән ерҙән барырға тырышам».
Алексей Андреев үҙен тәжрибәле водитель тип иҫәпләй, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү яҡлы. Тик башҡа автоһәүәҫкәрҙәр ҙә иғтибарлыраҡ булһын ине, тигән теләктә ул. Күптән түгел ир светорфорҙа йәшел ут янғанда мопедта хәрәкәтен дауам итә һәм джипҡа бәрелә. Бәхеткә, уртаса кимәлдәге тән йәрәхәттәре алып ҡотола. Ә бит скутер, мотоцикл, мопедта йөрөүселәр аварияларға йыш эләгә. Күп осраҡта руль артындағыларҙың ғүмере аяныслы өҙөлә.

- Ике тәгәрмәсле техника хужалары үҙҙәре үк ғәйепле. Йәшәгеләре килһә, йөрөмәһендәр юлда шәп тиҙлек менән!
- Юлдар тайғаҡ, бында ҡышҡы резинаһы булған автомобиль менән көскә йөрөйһөң, ә еңел транспорт ҡаршыға килеп сыҡһа нимә эшләргә? Араларында юғары тиҙлектә йөрөүселәр күп бит.

Нисек кенә булмаһын, Алексей Андреев мопедын автомобилгә алмаштырырға уйламай, юлдағы тәртип өсөн һәр кем үҙе яуаплы,-ти ул. Был йәһәттән ир уяулыҡты юғалтмаҫҡа тырыша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика