Милли телевидениеға хәүеф янай 22.03.2016

Бөгөн Рәсәйҙең иң эре дүрт милли төбәк телекомпаниялары етәкселәре федераль хөкүмәттең телетапшырыуҙар комиссияһына мөрәжәғәт ҡабул итте.

Ҡазанда үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы, Татарстан Яңы быуат,  Яҡут-Саха республикаһының «Саха» һәм Ханты-мансиҙың «Югра»  телевидениеһы етәкселәре күп телле төбәк телекомпанияларының  статусын ҡануни нигеҙҙә яңынан ҡарау үтенесе менән документҡа ҡул ҡуйҙы. 2018 йылдан Рәсәйҙә телетапшырыуҙар һанлы системаға күсә, аналог сигналдар ҡабул ителмәйәсәк. 20 федераль канал беренсе һәм икенсе мультиплекста яҡшы сифатта тамашасыға тәҡдим ителә. Башланғыста төбәк телекомпанияларын да мультиплексҡа индереү тураһында һүҙ барҙы, әммә артабан был төҙтәмәләр төшөп ҡалды.
Милли төбәк телетапшырыуҙарына  мультиплекста урын табылмауы  төбәктәрҙә телекомпанияларҙың ябылыуына килтереүе ихтимал. Был тәү сиратта һанлы телевидение булдырыу фекеренә  ҡаршы килә.  Башланғыста мәғлүмәт еткереүҙә социаль тигеҙһеҙлекте бөтөрөү маҡсаты ҡуйылғайны. Әле иһә Рәсәйҙең төбәк телекомпаниялары киләсәге ҡараңғы.  Мультплексҡа альтернатива булараҡ кабель селтәрҙәре йәки йыһан  юлдаштары  аша тапшырыу алып барыу тәҡдим ителә. Был иһә милли телевидениеның тамашасы өсөн түләүле буласаҡ тигәнде аңлата.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика