Милләттәштәребеҙ ҡорға йыйылды

Милләттәштәребеҙ ҡорға йыйылды 24.06.2016

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының Арғаяш һәм Ҡоншаҡ районы бүлексәләрендә сираттан тыш йыйын үтте.

Фекер алышыуға Арғаяштан йөҙгә яҡын, Ҡоншаҡ районынан алтмышлап делегат йыйылды. Ултырышта йәмәғәт ойошмаһының яңы етәкселеге , башҡарма комитет ағзалары һайланды. Шулай уҡ уҙған осорҙағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙең береһе. Халҡыбыҙҙың шанлы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхестәр, Ғәлимов  Сәләм, Ҡадир Даян, Абдулҡадир Инан, бер туған Ҡорбанғәлиевтарҙың тыуған төйәге. Төбәктә рухлы милләттәштәребеҙ йәшәй. Йыйын көндө лә улар өсөн  Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге көсө менән сағыу тамаша әҙерләнде. Сәхнәлә Башҡортостан артистары сығыш яһаны, башҡорт фильмдары күрһәтелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика