Механик прибормы, электрон вариантмы? 25.11.2014

Электр энергияһын ҡулланыусыларға яңы йылға тиклем   механик  иҫәпләү ҡоролмаларын   электрон формаға алмаштырыу талабы менән шылтыратыуҙар йышайған.  Энергия һатыу компанияһынан тип шылтыратыусылар ике тарифлы  прибор ҡуйыу өсөн 3 мең 200, бер тарифлыға- 2 мең 800 һум аҡса һорай. Был хаҡҡа ҡоролма ла, күрһәтелгән хеҙмәт тә инә. Әммә Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы  шылтыратыуҙарҙы инҡар итә.

Әнисә Ғәйнетдиновала Өфөлә яңы  йортта йәшәй,  электр утын иҫәпләү ҡоролмаһы ла   12 йыл элек кенә ҡуйылған, тик ул механик. Һуңғы осорҙа ханымға  энергия һатыу компанияһынан  тип  шылтыратыуҙар йышайған. Инженерҙар Әнисә Ғәйнетдинованан тиҙ арала   механик приборҙы  электрон вариантҡа алмаштырыуҙы талап итә, хатта  яңы йылдан һуң штрафтар индерелеүе менән янай. Шылтыратыусылар  үҙ дәғүәһен 161-се федераль закон менән нигеҙләй.
Әнисә Ғәйнетдинова энергия һатыу компанияһына шылтыратып  мәғлүмәтте асыҡларға була. Әммә ойошма белгестәре  мөрәжәғәтте инҡар итә.  Улар әйтеүенсә, электр утын иҫәпләү ҡоролмалары теләк буйынса һайлана, механик приборҙы ҡалдырырға ла, электрон вариантты ҡуйырға ла мөмкин, иң мөһиме хеҙмәт итеү ваҡыты үтмәһен.
Анна Лисицкая, энергия һатыу компанияһының бүлек етәксеһе: «Беҙ  электр һатыу менән шөғөлләнәбеҙ. Әммә ҡулланыусыларға шылтыратып  иҫәпләү ҡоролмаһы тәҡдим иткәнебеҙ юҡ. Беҙҙә  бар  яңылыҡтар  компанияның сайтында йәки мәғлүмәт саралары аша бирелә. Ә ниндәй  прибор ҡуйырға икәнлеген һәр кем үҙе хәл итә».
Белгестәр әйтеүенсә,  шылтыратыуҙар менән яңы федераль законға нигеҙләнеп аҡса эшләп ҡалырға теләүсе сос эшҡыуарҙа шөғөлләнә. Хаҡтар төрлөсә.  Ҡулланыусыларға уяу булырға кәрәк, иҫәпләү ҡоролмаларын  хеҙмәт итеү ваҡыты үткәс кенә алмаштырыу мотлаҡ. Механик ҡоролма пломбала күрһәтелгән ваҡыттан һуң 16 йылға яраҡлы.
Ә бына Рыцевтар ғаиләһе механик приборҙы үҙ теләге менән алмаштырған. Сөнки яңы электрон ҡоролма тотонолған энергияны теүәл һанай, икенсенән  ул ике тарифлы. Электр уты төндә бер, көндөҙ икенсе хаҡ буйынса иҫәпләнә.  Йәғни, Рыцевтар төнгө 11-ҙән таңғы етегә тиклем ҡулланылған электр уты өсөн арзаныраҡ  тариф буйынса түләй. Көнө буйы эштә йөрөгән ғаилә өсөн был бик уңай, сөнки  кер йыуыу машинаһы, мультиварка кеүек көнкүреш  техникаһы төнгә ҡабыҙыла.  
Белгестәр  ҙә электрон ҡоролманың  өҫтөнлөгөн йәшермәй, әммә приборҙы алмаштырыу талабы  ҡуйырға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Теләк буйынса ғына. Ә бына  ҡоролманың хеҙмәт итеү ваҡыты үтә икән алмаштырыу, йәки  яраҡлыҡ ваҡытын оҙайтыу мотлаҡ.   Юғиһә, хаҡ  ҡулланылған электр уты буйынса түгел, дөйөм нормативтар буйынса билдәләнә башлай. Ә был тариф күпкә ҡиммәтерәк.  
Боронғо механик иҫәпләү ҡоролмаларының  яйлап ҡулланыуҙан китеүе  энергетика компаниялары өсөн дә ҡулай.  Сөнки  был  ҡоролмаларҙа мутлашыуы еңел. Сосораҡ хужалар уға  магнит элеп, шырпы йәки энә тығып һандарҙы кирегә әйләндереп тә ҡуя.  Бурҙар бынан артыҡ байып та китмәйҙер, ә бына республика буйынса юғалтыуҙар миллиардтар менән иҫәпләнә.   Яңы электрон  аппараттарҙа иһә мутлашып булмай.  
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика