Мажаралы ял 30.07.2016

Алдағы сығарылыштарҙа беҙ Абхазияла ял итеүсе яҡташтарыбыҙҙың ил сигендә16 сәғәт буйы автобус көтөүе тураһында хәбәр иткәйнек. 70-тән ашыу кеше төндө асфальтта үткәрә. Һәм бөгөн турфирманың башҡа һыймаҫлыҡ вайымһыҙлығы ҡорбандары Өфөгә ҡайтып етте. Үҙҙәрен тыуған яҡтарына алып ҡайтасаҡ автобусты туристар Краснодар крайы полицияһы һәм ҡотҡарыусылар ярҙамында эҙләргә мәжбүр була. Уларға ғаиләләре менән ял итергә китеүселәр турфирманан аныҡ яуап ала алмағас мөрәжәғәт иткән.

Быйылғы ялын  Өфө туристары  оҙаҡ ҡына онотмаясаҡ әле. Рәсәй менән Абхазия сигендә улар 18 сәғәт автобус көтөргә мәжбүр була.  30 градус эҫелә балар һәм уларҙың ата-әсәләре көнө буйы ерҙә ултыра.

Ял итеүселәрҙе Рәсәй сигенә тиклем Абхазия автобусы алып килә. Бында улар икенсе транспортҡа күсеп ултырырға тейеш була. Ләкин сәфәр ойоштороусыһы, "Һары сумаҙан" фирмаһы уйлауынса килеп сыҡмай. Автобус туристарҙы көндөҙгө 12 урынына таңғы 6-ла ғына килеп ала. Турфирма етәкселеге беҙгә эштең нимәлә булыуын да аңлатманы тип зарлана сәйәхәтселәр.

Тотҡарлыҡты турфирма етәксеһе автобус боҙолоуо менән аңлата.Һөҙөмтәлә туристар Өфөгә ике көнгә һуңлап ҡайта. Ләкин көтөлгән автобус килгәс тә мажаралар дауам итә, ул Волгоградта ҡабаттан боҙола, транспорт сараһын икенсегә алмаштыралар. Даими диңгеҙ буйына автобус турҙары ойоштороусы фирма етәксеһе автопарктың иҫке булыуына һылтана.

Әле рейсҡа сыҡҡан тарнспорт сараһының техник торошон юл хәрәкәте инспекторҙары ла, транспорт күҙәтеү органдары ла тикшерә алмай. Әгәр ҙә водителдең путевкаһы һәм пассажир ташыуға рөхсәт ҡағыҙҙары бар икән, юлдар асыҡ. Автобустың техник торошо өсөн ҡултамғаһын ҡуйған механик яуаплы. Шулай итеп үҙенең автопаркы һәм уларҙы хеҙмәтләндереүсе белгестәре булған ойошмаға саҡ йөрөгән техникаһын да сәфәргә сығарырға ҡыйын түгел. Бындай компаниялар өсөн пассажирҙар бары тик килем сығанағы, уларҙың ихтыяждары аҙаҡҡы урында тиергә лә була.

Өфө туристарын алып ҡайтҡан был Волгоград автобусы бөгөн кис кире юлға сыға. Һәм ул әлбиттә буш ҡайтмаясаҡ, "Һары сумаҙан" турфирмаһы уға диңгеҙ буйында ял итергә теләүселәрҙең сираттағы партияһын ултыртып ебәрәсәк. Ләкин был автобус тик Волгоград ҡалаһына тиклем барасаҡ, артабан кешеләр Өфөгә ҡайтышлай юлда боҙолған автобусҡа күсеп ултырырға тейеш. Водителдәр уны еренә еткереп йүнәткәнме һәм ул диңгеҙ буйына барып етерме? Һорауға яуапты күрәһең турфирма етәкселеге үҙе лә белмәй.

Шулай ҙа "Һары сумаҙан" турфирмаһы отпуск кәйефен ҡырған туристарҙың дәғүәһен яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа вәғәҙәләй. Ойошма етәкселеге   мажаралы ял өсөн компенсация түләргә йә мәсьәләне башҡаса хәл итергә әҙер булыуын билдәләй. Яҡтар йәкшәмбе көн осрашырға килеште.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика