Матур парҙар тәбрикләнде

Матур парҙар тәбрикләнде 08.07.2014

Шаран районы Ерекле ауылы мәҙәниәт һарайында Ғаилә, һөйөү һәм тоғролоҡ көнөнә арналған күркәм сара үтте. Уның барышында өлөгөлө замандаштарыбыҙ бүләкләнде. Ойоштороусылар фекеренсә, улар татыу ғаилә ҡороп, матур итеп балалар тәрбиәләп үҫтергән.

Шаран районы Ерекле ауылы мәҙәниәт һарайында Ғаилә, һөйөү һәм тоғролоҡ көнөнә арналған күркәм сара үтте. Уның барышында өлөгөлө замандаштарыбыҙ бүләкләнде. Ойоштороусылар фекеренсә, улар татыу ғаилә ҡороп, матур итеп балалар тәрбиәләп үҫтергән.

Ерекле ауылы мәҙәниәт һарайында райондың өлгөлө ғаиләләре тәбрикләнә. Уларҙың барыһы ла ватан алдында төп бурыстарын үтәгән. Йорт һалып сыҡҡан, балалар тәрбиәләгән һәм емеш ағастарынан тотош бер баҡса үҫтергән. Бәҙриевтар, Фәррәховтар һәм Закировтар сәхнә түрендә. Улар өлгөлө ата-әсә, эш урынында уңған хеҙмәткәр һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре булараҡ танылған. Шаран районы буйынса Ғаилә, һөйөү һәм тоғролоҡ көнө уңайынан булдырылған йәмәғәтселек миҙалы ла шул өс парҙың береһе- Закировтарға тапшырылды.
Улар һаман да тәүге осрашыуҙары тураһында хәтирәне күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡлай. Резеда Закирова ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнай. Вәзих Закиров ауыл хужалығында эшләй. Уларҙың тырыш хеҙмәте бихисап маҡтау ҡағыҙҙары һәм дәүләт наградалары менән баһаланған.
3 таған таймаҫ тиҙәр. Закировтар ҙа бер-береһенә терәк булырлыҡ 3 ул тәрбиәләп үҫтергән . Бөгөн улар ҙа ата-әсәһенә өлгө алып, ғаилә ҡорған. Матур итеп балалар үҫтерә.
Вәзих Мирзаян улы менән Резеда Саҙретдин ҡыҙы әле хаҡлы ялда. Әммә тынғыһыҙ тормош менән йәшәп өйрәнгән өлгөлө ғаилә вәкилдәре ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт ҡарай, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүгә лә тос өлөш индерә.Кешелектең киләсәге тап ошондай татыу, өлгөлө, бәхетле ғаиләләр ҡулында, ти улар.

Рафиҡ Әхмәтшин


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку