Матур еңеү

Матур еңеү 26.01.2015

«Салауат Юлаев» хоккейсылары көслө командаларға ҡаршы уңышлы уйнауын дауам итә. Бөгөн дә юлаевсылар Санкт-Петербургтың «СКА» клубын 3-1 иҫәбе менән отоуға өлгәште.

Вячеслав Быков тәрбиәләнеүселәре Өфөгә һигеҙ осрашыу рәттән еңеү яулап килде. Әммә улар бөгөнгө уйында майҙан хужаларына ҡаршы тора алманы. Иҫәпте беренсе осор аҙағында Денис Толпеко асты. Тәнәфестән һуң Антти Пилстрем икенсе шайбаны индерҙе. Өсөнсө осор башында Дмитрий Калинин иҫәп айырмаһын кәметә алды. Шулай ҙа Александр Мерескиндың голы «Салауат Юлаев»  командаһына 3-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Был уңыштан һуң юлаевсылар 77 мәрәй  йыйып көнсығыш дивизионда бишенсе баҫҡысты биләй. Киләһе осрашыуҙа улар Түбәнге Новгородтың «Торпедо» хоккейсыларын ҡабул итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку