Матур ғаилә - ил күрке

Матур ғаилә - ил күрке 25.08.2014

Сибай ҡалаһында республиканың төрлө төбәктәренән йәш ғаиләләрҙе берләштергән  «Бәхеткә хаҡлыҡ»  фестивале үтте. Байрамға йыйылған парҙарҙың физик мөмкинлектәре сикле. Әммә был кәмселек уларға бәхетле һәм тулы тормош менән йәшәргә ҡамасауламай.

Профессионал йырсы-бейеүселәр менән бер сәхнәлә сығыш яһау, йәмғиәттә үҙеңде тиң тойоу. Бында йыйылған кешеләр көн һайын тыуған ҡаршылыҡтарҙы еңергә, бәләкәй шатлыҡты ҙур итеп ҡабул итергә күнеккән. Тыумыштан, йә бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр үҙ бәхетен тапҡан. Шишмә районынан килгән Бейешевтар ғаиләһе шундайҙарҙан. Район гәзитендә бирелгән иғлан ике йәш йөрәктең яҙмышын үҙгәртә.
Фестиваль республика төбәктәренән 25 ғаиләне йыйҙы. Байрамда һәр кем үҙенең йыр-бейеүгә маһирлығын, ҡул эштәренә һәләтен күрһәтә алды. Ә иң мөһиме - йәштәр көн дә тыуған проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында аралаша алды. Сөнки фестиваль  ошондай йәштәрҙең проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү өсөн ойошторолдо.
Ике көн дауамында  йәш парҙар бер береһе менән танышып-аралашты, тәжрибә уртаҡлашты. Улар араһында спорт менән мауығыусылар,  йырсы-бейеүселәр, эшҡыуарҙар ҙа бар. Байрам һуңында алдынғылар билдәләнде. Социаль әүҙем, ижади һәм эшҡыуар ғаилә кеүек номинацияларҙа еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку