Маҡсат йорттарҙы һыу баҫыу хәүефен иҫкәртеү 14.03.2017

Өфөлә ташҡын ҡурҡынысы янаған урындарҙа ҡыш дауамында йыйылған ҡар өйөмдәрен сығарыу башланды. Эш бигерәк тә Дим биҫтәһендә ойошҡанлы бара.

Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаусы Риф Әбдрәхимовтың йорто Дим биҫтәһенең Кинәл урамында урынлашҡан. Иртәле-кисле ул   ихатаһындағы ҡарҙы таҙартыу менән мәшғүл. Ҡыш яуым-төшөмдөң күп булыуы сәбәпле, көрт ҡалын. Һауа температураһы ҡапыл күтәрелә башлаһа, гөрләүектәр өйгә үтеп инеүе лә ихтимал тигән фекерҙә уҙаман.
Иртәнән бирле Кинел урамында техника эшләй. Ҡыш дауамында йыйылған ҡар өйөмдәрен сығарыуға муниципаль биләмәне төҙөкләндереү предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән.
Ташҡын мәлендә Дим биҫтәһендәге Кинәл, Грозный һәм Минск урамдарындағы шәхси йорттарға һыу эсендә ҡалыу ҡурҡынысы бар ти предприятие хеҙмәткәрҙәре. Яҙғы осорҙағы хәүефте кәметеүҙең берҙән-бер юлы ҡышҡы ҡарҙы ситкә сығарыу.Фараздарға ярашлы, Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы ҡар ҡатламында һыу запасы йылдағы күрһәткестәрҙән 48 процентҡа күберәк. Көрттөң уртаса ҡалынлығы 102 сантиметр самаһы. Көндәр йылынып, ҡар ҡапыл ирегән осраҡта Ағиҙел менән Өфө йылғаларының кимәле 8 метрғаса күтәрелеүе ихтимал тигән күҙаллауҙар бар. Ташҡынға бәйле, хәл даими иғтибар үҙәгендә. Белгестәр ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн барлыҡ көстәрҙе әҙер тоторға кәрәк тигән фекерҙә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика