Мөғжизәле мейес

Мөғжизәле мейес 28.09.2015

Ошо исем аҫтында Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында балсыҡ баҫыу, мейес сығарыу йолаһы күрһәтелде. Брендлы саралар сиктәрендә ойошторолған был сарала олоһо ла, кесеһе лә теләп ҡатнашты.

Бәләкәйҙән  эшкә әрһеҙ булып үҫкән Айһылыу Таһирова атаһынан ҡалышмай бергә йөрөй. Балсыҡ баҫыу, мейес сығарыу кеүек бороңғо шөғөлдәрҙе яҡшы белә. Яңы Ергән ауылында ул хәҙер үҙ эшенең оҫтаһы.
Усаҡ, мейес бар ерҙә ҡот та бар, ти хәйбуллалар. Йәй көндәрендә ғәҙәттә, усаҡлыҡта хужабикәләр ҡорот ҡайната, эремсек эшләй. Фәниә Шәрипова ла йола  күрһәтеүҙә теләп ҡатнаша.
Онотола барған йоланы тергеҙеүселәр балсыҡ баҫыуҙы байрам кимәленә күтәреп ойошторҙо. Йыр-моң менән һуғарылған сара ҡатнашыусыларға сәм, дәрт өҫтәне. Эштән балалар ҙа ситтә ҡалманы, йоланы улар иғтибар менән күҙәтте.
Балсыҡтан эшләнгән саман Яңы Ергәндә әле лә киң ҡулланылған төҙөлөш материалдарының береһе. Ул бигерәк тә һуғышҡа тиклемге йылдарҙа киң файҙаланылған. Бындай йорттар йылы һаҡлауы менән айырылып тора. Әйткәндәй, егерменсе йылдарҙа төҙөлгән саман өйҙәрҙең әле лә ауылдарҙа яҡшы һаҡланыуы ошо хаҡта һөйләй. Әлеге сайдинг, вагонка кеүек төҙөлөш материалдары менән тышланған заманса йорттарҙың күбеһе самандан эшләнгән. Тимәк, ата-бабаларҙан ҡалған бороңғо шөғөл заман талаптарына яраҡлаштырылып, әле лә әүҙем ҡулланыла.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку