Мәрхәмәтлек һәм теләктәшлек байрамы

 Мәрхәмәтлек һәм теләктәшлек байрамы 28.07.2014

Ураҙа ғәйете республика район ҡалаларында ла үҙенсәлекле итеп билдәләнде. Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында, мәҫәлән, балаларҙың әсәләүе ойошторолдо. Ә Өфөлә халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе эшләне, ял паркында  илаһиҙар яңғыраны.

Ураҙа ғәйете хөрмәтенә Зифа Туғанбаева май еҫе сығарып йыуаса бешерә. Һәр йома, оло байрамдар һайын таба ҡыҙҙырыу кәрәк, боронғолар шуны талап итә лә инде, ти Зифа Исмәғил ҡыҙы. Ураҙа ғәйете уңайынан республиканың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары балалары әйсәләүгә лә сыҡты. Төбәк халҡы быны байрамдың айырылғыһыҙ биҙәге һанай. Был көндә балалар ураҙа тотҡан ауылдаштарын байрам менән тәбрикләп төрлө тәмлекәстәр менән һыйлана. Өфөнөң Аксаков исемендәге ял һәм күңел асыу паркы "Илаһиҙар" ансамбле сығышынан яңғырап торҙо. Ойоштороусылар баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ялын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәреүгә барыһын да эшләргә тырышҡан. Байрам сиктәрендә паркта "Оҫтахана дәрестәре" лә уҙғарылды. Владимир Савельев, ағас һырлау оҫтаһы: «Теге, йәки был һынды эшләр алдынан, әлбиттә, һәр кем төрлө яҡлап уйланалыр, ниндәйҙер бер маҡсатта эш итә. Мәҫәлән, ябай ҡалаҡты яһау өсөн дә, уның уңайлы яҡтарын ҡарау кәрәк». Сараға йыйылған халыҡ, шулай уҡ ҡымыҙ, былауҙан да ауыҙ итте. Ураҙа байрамында, йола буйынса, күңелдәр көр, кәйеф күтәренке һәм аҙыҡ та мул булырға тейеш бит. Ураҙа ғәйете Өфө районының Миловка ҡасабаһында ла гөрләп үтте. Ауылдаштар был көндә ҙур булмаған һабантуй байрамына шаһит булды. Сарала ололар ҙа, кескәйҙәр ҙә бик теләп ҡатнашты. Бер майҙанда батырҙар бил һынашһа, икенсеһендә - балалар Ислам тәғлимәте нескәлектәренә төшөндө. Кескәйҙәр сиратҡа баҫып тигәндәй доға, сүрәләрҙе яттан һөйләп бирҙе. Ураҙа ғәйете өс көн дауам итә. Был осорҙа байрам өҫтәлдәре әҙерләнә, яҡындарыңдың, күрше-тирәңдең хәлен белеү, хәйер-саҙаҡа таратыу изге ғәмәл, тип һанала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку