Мәрхәмәтле мөхит

Мәрхәмәтле мөхит 10.07.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге проекты дауам итә. Баш ҡалала йәшәүсе Эдуард Әхмәтовҡа ярҙам кәрәк. Малайҙа - шәкәр диабеты. Ауыр сир менән көрәшеү өсөн инсулин помпаһы талап ителә, препараттың хаҡы - 199 мең 676 һум.

Эдуардтың яратҡан шөғөлө бар. Ул ҡағыҙҙан оригами эшләү менән мауыға. Төрлө әйберҙәр яһауҙа башлыса атаһы ярҙам итә. Уларға Эдуардтың бер туған һеңлеһе Самира ла булыша.
Уйын араһында малай ҡандағы шәкәр кимәлен даими тикшерә. Эдуард уны үҙе көнөнә ун тапҡыр үлсәп тора. Малайҙа шәкәр диабетының беренсе төрө бынан өс йыл элек асыҡлана. Һыуҙы саманан тыш күп эсеүенә, хәлһеҙ тоя башлағас, ғаилә уны дауаханаға алып бара.
Эдуард диета буйынса туҡлана, көнөнә ете тапҡыр инсулин ҡаҙарға мәжбүр. Әммә сир бирешмәй. Шәкәр кимәле һәр ваҡыт юғары кимәлдә һаҡлана. Икенсе йыл мәктәпкә йыйынған, йыһан киңлектәрен өйрәнергә теләгән малай киләсәккә ҙур өмөттәр бағлай. Уға инсулин помпаһы ярҙам итәсәк, ти табиптар.
Эдуардтың хыялдарын тормошҡа ашырырға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Бының өсөн ни бары 5541 һандарына «ДЕТИ» һүҙен яҙып, SMS-хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы - 75 һум. Шулай уҡ Интернетта rusfond.ru/Bashkortostan сайтына инеп, иғәнәнең башҡа төрөн дә һайларға мөмкин. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала беҙ йәш ярымлыҡ Глеб Гордеев хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ул церебраль фалиждан яфалана. Балаға дауаланыу курсы үтеү өсөн 200 мең һумға яҡын аҡса талап ителә. Ләкин ғаилә башлығы ғына эшләгән Гордеевтар өсөн был күтәрә алмаҫлыҡ сумма. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика