Мәрхәмәтле мөхит - балаларға кәрәкле сумма йыйылып ярҙам күрһәтелгән

Мәрхәмәтле мөхит - балаларға кәрәкле сумма йыйылып ярҙам күрһәтелгән 12.11.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге проекты дауам итә. Аҙнаның бөгөнгө геройҙары - Туймазы районында йәшәүсе Роман Рәхмәтуллин менән Өфөнән Тимофей Хрищатый. Балаларға кәрәкле сумма йыйылып ярҙам күрһәтелгән.

Хәҙер Рома әсәһен яҡшы ишетә. Мәрхәмәтле кешеләр һәм хәйриә фонды ярҙамында малайға ишетеү аппараты алынған. Ҡоролма ярҙамында Рома яҡшыраҡ уҡый, һөйләшергә тырыша. Ләкин әлегә уға өндәрҙе әйтеүе ауыр. Малай церебраль фалиждан яфалана. Рома ишетеү аппаратын кейгәс, ул күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Хатта үҙ аллы атлай башланы, тип ҡыуана малайҙың әсәһе.
Марина Рәхмәтуллина, Романдың әсәһе: «Улыма ишетеү аппараттарын кейҙергәс тә сискеһе килмәне. Кейендергәндә лә ҡолаҡтарын тота, ҡоролманы һаҡсыл ҡуллана. Ишетеү һәләте лә яҡшырҙы. Мин өйгә ҡайтҡанымды шунда уҡ ишетеп ҡаршыға килә. «Мәрхәмәт» фондына һәм телевизор ҡараусыларға рәхмәт әйткем килә».
Өфө ҡалаһында йәшәүсе Тимофей Хрищатый ҙа Мәскәү медицина технологиялары институтында дауаланыу курстары үтә. Малай үҙәк нерв системаһының органик зарарланыуы һөҙөмтәһендәге психик-телмәр тотҡарланыуынан яфалана. Һигеҙ йәшлек Тимофей һөйләшә алмай. Дәрестәрҙе ябай мәктәптә түгел, республика реабилитация үҙәгендә ала. Шулай ҙа дауаланыу курстарынан һуң малайҙың хәле күпкә яҡшырған. Ул үҙен яҡшыраҡ тоя, телмәрҙе аңлай башлаған.
Гөлнара Хрищатая, Тимофейҙың әсәһе: «Реабилитация үҙәгендә әүҙем шөғөлләнеү һәм Мәскәү медицина технологиялары институтына барып ҡайтҡандан һуң улыбыҙҙың һаулығы күҙгә күренеп яҡшырҙы. Табиптар дауалау курсын өс йыл дауамында өс ай һайын алып торорға кәңәш итә».
Тимофей Мәскәү медицина институтында йыл буйы дауаланыу курстары үтәсәк. Шулай ҙа «Русфонд» хәйриә фондында ярҙамға можтаж балалар күп. Уларға ярҙам итеү өсөн 5541 һандарына «ДЕТИ» һүҙен яҙып, смс-хәбәр ебәрә алаһығыҙ. Уның хаҡы - 75 һум. Шулай уҡ интернетта rusfond.ru/Bashkortostan сайтына инеп, иғәнәнең башҡа төрөн дә һайларға мөмкин. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку