«Мәрхәмәт» фонды былтыр 102 баланы дауалау өсөн аҡса йүнәлткән 08.04.2017

Был турала бөгөн фонд етәкселәре баш ҡалала үткән «Аҡ сәскәләр көнө» хәйриә акцияһында белдерҙе. Рәсәйҙең тиҫтәләп төбәгендә уҙғарылған яҙғы мәрхәмәтлек сараһына Өфө халҡы ла дәррәү ҡушылды. Акциянан йыйылған аҡса дүрт йәшлек Герман Даниленконы һауыҡтырыуға йүнәлтеләсәк.

«Мәрхәмәт» фонды ойошторған акцияла ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа күп ине. Бер майҙанда фонд ирекмәндәре балаларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрһә, икенсе мөйөштә ҡыҙыҡлы уйындар уҙғарҙы.
Акцияла ҡатнашыусылар «Сабыйға ярҙам ит тә, бүләккә аҡ сәскә ал» девизын дәррәү күтәреп алды. Дүрт йәшлек Германдың үпкәһенә яһалма елләтеү аппараты ҡуйыу талап ителә. Хаҡы - йөҙ мең һум. «Мәрхәмәт» фонды сара барышында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап, киләсәккә уй-маҡсаттары менән таныштырҙы. Ойоштороусылар республика халҡының хәйриә акцияларына әүҙем ҡушылыуын билдәләне.
Айгөл Гәрәева, «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды президенты: «Һуңғы бер йыл эсендә йөҙ ҙә ике баланы дауалауға аҡса йыйҙыҡ. Фонд хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән былтыр ике йөҙгә яҡын сара үткәрҙек. Бөгөнгө хәйриә акцияһында ла ҡала халҡы әүҙемлек күрһәтте».
Байрамда ҡала халҡы шулай уҡ күргәҙмәләр буйынса бай программа менән танышты. Фонд ирекмәндәре акцияла ҡатнашыусыларға тематик экспозициялар буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. «Аҡ сәскәләр көнө»нә килеүселәр иҫтәлеккә фото төштө, ә иң мөһиме- сабыйға махсус аппарат һатып алыуға булышлыҡ итте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика