Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙамға «Тимер аттар»

Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙамға «Тимер аттар» 28.12.2015

Эш урындарында йәрәхәтләнеп инвалидлыҡ алыусы утыҙ кешегә махсус автомобилдәр тапшырылды.  Был транспорт сараһы бүләкләнеүселәрҙең күптәре өсөн берҙән-бер хәрәкәт итеү сараһы. Быға тиклем улар «Ока», һуңынан «ВАЗ» дың дүртенсе моделендә йөрөһә, хәҙер өр яңы «Лада Гранта» ла елдерәсәк.

Бындай яңы йыл бүләгенән һуң Ҡыш бабайға ышанмайынса ла булмай, ти автомобиль яңыртыусылар.  Махсус транспорт асҡыстарын алыуға мөмкинлектәре сикләнгәндәр бала кеүек ҡыуана. Был аңлашыла, сөнки автомобилдәр уларҙың күптәренә  үҙеңде йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойоу өсөн берҙән -бер сара.  Учалы районының Мансур карьерында эшләгәндә  йәрәхәтләнгән  Хәйҙәр Килов мәҫәлән махсус автомобилде икенсегә ала.
Социаль страховкалау фонды эш урындарында йәрәхәтләнеп инвалидлыҡ алыусыларға быйыл ғына  59 автомобиль тапшырған. Махсус йыһазландырылған транспорт сараһы ете йылға бер бирелә. Шуға күрә яңы машина алыусыларҙың күптәре бында беренсегә түгел.
Социаль страховкалау фонды тапшырылған автомобилдәрен хеҙмәтәләндереүгә лә ярҙам итә. Ете йыл эсендә бер тапҡыр капиталь ремонт үткәреү, квартал һайын техник тикшереү һәм  яғыулыҡ-майлау материалдарына ла сығымларҙы фонд ҡаплай.
Был аҡсаларға ике меңдән ашыу инвалид  төрлө шифаханаларҙа сәләмәтлеген нығытҡан,  протез башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа шул иҫәптән алына. Йәмғеһе фондың төбәк бүлеге 9 меңдән ашыу кешене  хеҙмәтләндерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку