Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар

Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлыҡтар 01.02.2016

Стәрлетамаҡ  инклюзив үҙәгендә инвалидтарға яңы эш урындары булдырыла. Унда «Перспектива» проекты сиктәрендә беренсе махсуслаштырылған полиграфия үҙәге асылғас, өс кешегә ошо өлкәлә уҡытыу эштәре башланған.  

Махсус программа ярҙамында Артем Шәрипов логотип эшләргә өйрәнә. Тәүҙә һүрәт төшөрөлөп уның сиктәре билдәләнә. Һуңынан ҡағыҙға баҫтырыла. Эш ауыр түгел, шуға ла мөмкинлектәре сикләнгәндәр уны яратып башҡара.
Артем Шарипов: «Футболкаларға, бейсболкаларға, бокалдарға һүрәт төшөрәбеҙ. Бик оҡшай. Иртәнге сәғәт туғыҙҙан көндөҙгө өскә тиклем эшләйбеҙ. Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә эш табыуы ауыр. Үҙәк минең икенсе өйөмә әйләнде тиергә мөмкин».
Компьютерҙан һүрәтте әйбергә күсерергә махсус техника ярҙам итә. Тик уға әйберҙәрҙе ҡуйып, контролдә тотоу ғына талап ителә. Был эште лә мөмкинлектәре сикләнгәндәр башҡара.  Мәҫәлән, футболкаға логотипты сығарыу өсөн аппарат 180 градусҡа тиклем эҫетелә, артабан  ул туҡымаға күсерелә. Эш бик тиҙ башҡарыла. Ошондай сувенир эшләүгә ике минут ваҡыт китә.  
Иван Корсун, «Перспектива» проекты етәксеһе: «Әле беҙҙә мөмкинлектәре сикләнгәндәр уҡыу үтә. Май айҙарында уларҙы эш урыны менән тәьмин итәсәкбеҙ. Бының менән генә сикләнеп ҡалмаясаҡбыҙ. Әле өс кешене алһаҡ, киләсәктә тағы ла күберәк кешене эш урыны менән тәьмин итергә йыйынабыҙ. Проект 560 мең һумлыҡ федераль грант ярҙамында тормошҡа ашырыла».
Инклюзив үҙәктә мөмкинлектәре сикләнгәндәр шулай уҡ спорт менән шөғөлләнә, төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Ошо спорт залы ла 217 мең һумлыҡ грант ярҙамында асылған. Эштән һуң мөмкинлектәре сикләнгәндәр бында сәләмәтлеген нығыта.
Тимур Ҡунаҡҡужин, «Әсә һәм бала» хәйриә фонды президенты: «Беҙҙең фонд былтыр республика бюджетынан субсидия алыу өсөн конкурста ҡатнашты. Беҙҙе дәүләт ситтә ҡалдырмай, ярҙам итеүенә  шатбыҙ. «Перспектива» проекты полиграфия менән генә сикләнмәй, киләсәктә теплица, тегеү цехы асыу ҙа ҡаралған. Бынан тыш, Ҡариҙел районында эко-реабилитация үҙәге төҙөләсәк. Әле уға нигеҙ һалынған. Ул шуныһы менән уникаль - үҙәккә мөмкинлеге сикләнгән балалар йыл әйләнәһенә дауаланырға йөрөй ала».
Киләсәктә мөмкинлектәре сикләнгәндәргә уңайлыҡтар тыуҙырыусы был проекттар Рәсәйҙә иң уңышлыларҙың береһе булыр тигән өмөттә үҙәк етәкселәре. Сөнки уларҙың күбеһе илдә тәүге тапҡыр тормошҡа ашырыла. Ә Ҡариҙел районында асыласаҡ реабилитация үҙәге инвалидтарға ситкә йөрөмәй, республикала дауаланыу курсы үтергә ярҙам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку