Мәләүез районының Смаҡ ауылында күптән көтөлгән мәсет асылды 07.11.2014

Иман йорто  ауыл халҡы, урындағы эшҡыуарҙар, фермерҙар тырышлығы һәм берҙәмлеге менән дүрт ай эсендә күтәрелгән.

Мәсеткә нигеҙ быйыл яҙ һалынған. Иман йортон күтәреүгә Смаҡ ауылы халҡы, эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы предприятиелары ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәткән. Уртаҡ тырышлыҡ менән яңы мәсет ҡыҫҡа ваҡыт эсендә  сафҡа ингән.
Көтөп алған мәсетте асыу тантанаһына  смаҡтар ғына түгел, күрше ауыл халҡы ла йыйылды. Иман йортон һалыуға үҙ өлөшөн индергән, тырышлыҡ күрһәткән  яҡташтарға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Иман йорто - рухи һәм әхлаҡи тәрбиә нигеҙе.  Мәсете булған ауылдың киләсәге лә яҡты. Тантаналы йыйылыштан һуң «Сәғирә» мәсетендә тәүге намаҙ уҡылды.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика