Мәктәп уҡыусыларының хәрби йыйындары тамамланды

Мәктәп уҡыусыларының  хәрби йыйындары тамамланды 08.06.2015

13 майҙа башланған сарала тотош республиканан 8 мең 5 йөҙҙән ашыу үҫмер ҡатнашты. Биш көн эсендә  буласаҡ һалдаттар  устав, сафта йөрөү, тактика, хәрби медицина һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен өйрәнде. Егеттәрҙең иң көтөп алғаны - полигон. Үҫмерҙәргә Калашников автоматынан атып ҡарау мөмкинлеге бирелде.

Буласаҡ һалдаттар хәрби йыйындарҙа ваҡытын бушҡа үткәрмәгәне күренеп тора. Атыу полигонына улар сафтарҙа йыр менән килеп инде. Бөгөн егеттәр өсөн тулҡынландырғыс мәл. Быға тиклем уҡыу автоматтарында ғына алған тәжрибәһен улар ғәмәлдә һынап ҡараясаҡ.
Атыу полигонын хәрби йыйындарҙа ҡатнашыусы һәр уҡыусы үтергә тейеш. Күнекмәләрҙә бер  үҫмергә туғыҙ патрон бирелә. Өсөһө берәмләп атырға, ҡалған алтыһы автомат режимында.
Сараның маҡсаты  төҙ атырға өйрәтеү түгел. Күптәргә автомат ҡурҡыуҙы еңеү өсөн  кәртә булып тора. Ойоштороусылар әйтеүенсә, буласаҡ һалдаттар атыу ҡоралына,  шартлау тауыштарына  әҙер булырға тейеш.
Автоматтан атыу буласаҡ һалдаттар әҙерләүҙә  етди һынау. Йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү йәһәтенән ҡоралдан атып ҡарау йөҙләгән  һүҙҙе алмаштыра, ти хәрбиҙәр.
Фидалит Биктимеров, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы уҡытыусыһы: «Ҡайһы берәүҙәр өсөн хәрби йыйын ҡорал тотоп ҡарау өсөн берҙән-бер мөмкинлек. Һаулыҡ, йә иһә башҡа сәбәптәр буйынса һалдатҡа алынмаған үҫмерҙәр ҙә бар. Ләкин бер тапҡыр ҡорал тотоп ҡараған егет  армияла хеҙмәт итергә ашҡынып торасаҡ,  ти хәрби комиссариат вәкилдәре».
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика