Әлшәй районының Ғәйнәямаҡ ауылында ветеринар фәндәр докторы Хәмит Әйүповтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған кисә үтте 06.12.2014

Яҡташтары шәхестең исемен ауыл мәктәбендә таҡтаташ асып мәңгеләштерҙе.

Ауылдаштары, шәхестең туғандары мәктәп уҡыусыларына Хәмит Әйүпов хаҡында яҡты   хәтирәләре менән уртаҡлаша. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре тәүгеләрҙән булып Көнъяҡ Урал фаунаһында хайуан паразиттарын өйрәнә. Уларға ҡаршы  көрәш ысулдарын уйлап таба.  
Аграр өлкәләләге юғары ҡаҙаныштары өсөн Хәмит Әйүпов Хөрмәт билдәһе, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. Бынан тыш ул дүрт  фән докторы, тиҫтәләп кандидат әҙерләй.
Хәмит Әйүпов яһаған асыштар бөгөн дә көнүҙәк. Ғалимдың китаптары, ғилми эштәре менән  юғары һәм махсус уҡыу йорттары студенттары әле лә файҙалана. Уның хеҙмәттәрен  республика район хужалыҡтары ла яҡшы белә. Сөнки ғалимдың төп маҡсаты - фән менән етештереү араһында бәйләнештәрҙе нығытыу була.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика