Әлшәй районында 150 гектар майҙан ҡырағай киндер яланы табылған

Әлшәй районында 150 гектар майҙан  ҡырағай киндер яланы табылған 17.09.2014

Эргәлә генә автомобиль трассаһы үтһә лә, наркотик үҫемлекте бер водитель генә шәйләп ҡалған. Ул исемен атамауҙы хуп күргән.

Асыҡланыуынса, былтыр был майҙанда шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелгән. Ә быйыл унда бер нәмә лә сәселмәгәс, яланды сүп үләндәре һәм ҡырағай киндер баҫҡан. Әлшәй районы хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, был урын ауыл хужалығы әһәмиәтендәге ерҙәрҙән шәхси торлаҡ төҙөлөшө категорияһына күсерелә. Документтар әҙерләү оҙаҡҡа һуҙылыу сәбәпле, яңы хужа ерҙе үҙенең мөлкәте ҡарамағына ҡабул итеп өлгөрмәгән. Тимәк, ағыулы үҫемлек урындағы хакимиәт көсө менән юҡ ителергә тейеш.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку