Лицензия буйынса эшләүсе таксистар өсөн шарттар еңел түгел

Лицензия буйынса эшләүсе таксистар өсөн шарттар еңел түгел 13.10.2016

Улар хәләл көсө менән эшләгән аҡсаларҙы ҡулға төшөрөр өсөн тәүлек буйына рульдә йөрөргә мәжбүр. Эш биреүселәр табыш артынан ғына ҡыуа. Өҫтәүенә уларҙың хоҡуҡтарын яҡларҙай үҙ профсоюздары ла юҡ. Хеҙмәт кенәгәһенә теркәү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Вояж-400 -400 такси хеҙмәтендә эшләүселәрҙең күпселеге эшһеҙ тороп ҡалған.

Уларҙың эш көнө тәүлек буйына һуҙыла. Конкуренция шарттарында эш ауыр тип бер кем дә сигененгә теләмәй. Автомобиль арендаһына хаҡтар тәүлегенә  1200 алып 1600 һумға тиклем барып етә. Күп таксистар бурысҡа инергә мәжбүр. Вояж 400-400-Персона такси хеҙмәте водителдәр өсөн  айырыуса  ҡулай шарттар тыуҙырыусы булған.Тәүлек буйына эшләп,ҡулаҡсаны тапшыраһың, урында уҡ иҫәп-хисап эшләнелә, һуңынан тәүлек буйына ял итәһең. Бынан тыш эш көндәрендә ҡыҙыу сәғәткә тиклем бер сәғәтлек төшкө аш ваҡыты һәм төнгө икенән таңғы етегә тиклем биш сәғәт йоҡо ваҡыты. Әммә хеҙмәт кенәгәһе механиктар һәм диспетчерҙарға ғына асылаған, таксистар тураһында һүҙ ҙә юҡ, стаж да бармай, тик хеҙмәт күрһәтеү тураһында килешеү генә.
Интернеттан яндекс хеҙмәте  аша такси саҡыртыу күпкә отошлораҡ. Бында пассажир  оператор ярҙамынан тыш туранан-тура  водитель менән бәйләнешкә инә. Һәр заказ өсөн  дәртләндереү саралары ҡаралған. Әммә Лидерҙағы кеүек аҙнаға бер тапҡыр ғына бирелгән  хеҙмәт хаҡы таксистарҙы ҡәнәғәтләндермәй.
Убер такси хеҙмәте -бөгөнгө баҙарҙа иң йәше. Бында осһоҙ хаҡтар, айырыуса уңайлы шарттар -юғары класслы автомобилдәр тәҡдим ителә. Әммә өфөлөләргә был йүнәлешкә бик йығылырға түгел. Лондонда ҡабатланған хәл беҙҙә ҡабатланмағайы. Селтәр компанияһы башта осһоҙ хаҡтар ҡуйған,әммә баҙарҙы яулап башҡаларҙы ҡыҫырыҡлап сығарыу менән  хаҡтарҙы бермә-бер күтәргән. Пассажирҙар ризаһыҙлыҡ белдергән,әммә консерватив илдә ҡанундарҙы , профсоюзды һәм хеҙмәт килешеүҙәрен ергә һалып ташлау мөмкин түгел. Беҙҙең ерлеккә килгәндә хәлдәр шатланырлыҡ түгел. Вояж такси хеҙмәтен ябыу таксистарға аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир иткән. Таксистарҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы ойошма кәрәклеге лә әлегә асыҡ ҡала.
Совет заманында барлыҡ такси хеҙмәте Бөтә Рәсәй автомобиль транспорты һәм юл хужалығы   профсоюздар ойошмаһы эсендә була.Таксопарктар юҡҡа сығып, был өлкәне  шәхси эшҡыуарҙар  яулау менән бөтә бәйләнештәр өҙөлә.  Яңы эш биреүселәр профсоюздарҙың хоҡуҡи даирәләге эшмәкәрлеген  һәм  ҡуйылған барлыҡ ҡануни талаптарҙы ҡабул итергә теләмәй. Бөгөн  алтышар,етешәр,унар  йыл эшләп урамда тороп ҡалыусы таксист хоҡуҡтарын барлыҡ таксистарҙы берләштергән профессиональ ойошма ғына яҡлай ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика