Үлгәндәрҙең ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел

Үлгәндәрҙең ҡәберен, тереләрҙең ҡәҙерен бел 18.04.2015

Бөгөн Өфөнөң Сергиев зыяратында ла өмә үтте.  Бында һуғыш мәлендә совет һалдаттары ерләнгән өс туғандар ҡәберлеге бар.

Өмәлә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан был ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереп, яу ҡаһармандарын иҫкә алыу һәр кемдең изге бурысы. Сергиев зыяраты 18-се быуат уртаһында барлыҡа килә, ә 2012-се йылда уға тарихи мемориаль статусы бирелә.  Сөнки тап ошо урын  илдең тыныс киләсәге өсөн йәнен-тәнен аямаған  меңдәрсә  яугир хаҡында яҡты иҫтәлектәрҙе һаҡлай.  Өмәгә сығыусылар араһында  төрлө быуын, төрлө һөнәр, төрлө милләт вәкилдәре. Ҙур предприятие-ойошма етәкселәре лә, студенттар ҙа, уҡыусылар ҙа. Улар зыяратты сүп-сарҙан таҙаланы, серегән ағас ботаҡтарын сығарҙы. Тарихты онотмаған,  хөрмәт иткән илдең киләсәге лә ныҡ була, ти өмәлә ҡатнашыусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку