Үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ

Үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ 14.07.2017

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының бынан 73 йыл элек яулаған миҙалы тыуған яғына ҡайтарылды.

Награда ветерандың ҡыҙына тапшырылды. Үҙе Виктор Батыров 1988 йылда вафат булған. Совет Армияһының 975 уҡсылар полкында хеҙмәт иткән. Һуғышта яраланып госпиталдә дауаланғас,  ҡабаттан фронтҡа алына. Бөйөк Еңеү яҙын ул Кенигсбергта, хәҙерге Калининград ҡалаһында ҡаршылай. Илдә тыныслыҡ урынлашҡас ул артабан хеҙмәт юлын нефть предприятиеһында иҡтисад белгесе булып дауам итә. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Виктор Батыровҡа полк командиры тарафынан 1944 йылда приказ бирелә. Тик документтар архивта юғалып награда тик беҙҙең көндәргә генә килеп етте.
Галина Блохина, Виктор Батыревтың ҡыҙы: «Атайым награданы үҙе ала алмауы үкенесле. Ул уны ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә ҡалдырырға теләне. Теләге тормошҡа ашты. Был ҡаһарманлыҡ билдәһен мин ҡулыма алдым».
Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышында яугирҙарға бирелергә тейешле  наградалар һуңғы өс йылда 11 кешегә тапшырылған. Быға  төрлө экспедициялар, архивтарҙа эҙләнеү эштәре булышлыҡ итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика