Лайыҡлы баһа

Лайыҡлы баһа 30.07.2015

Бөгөн бер төркөм  хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостандың почет грамоталары һәм башҡа юғары наградалар тапшырылды.

Республиканың төрлө тарафтарынан йыйылыусыларҙы Рөстәм Хәмитов исеменән төбәк башлығы хакимиәтенең етәксеһе Сергей Молчанов сәләмләне. Ул хеҙмәт алдынғыларының Башҡортостан үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһалап, һеҙ йәмғиәтебеҙгә, айырыуса йәш быуынға лайыҡлы үрнәк булып тораһығыҙ тип билдәләне. Бүләкләнеүселәр барыһы 55 кеше. Араларында мәғариф, сәнәғәт, төҙөлөш, социаль һәм башҡа тармаҡ белгестәре бар. Атап әйткәндә, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исеменә Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы акушер-гинекологы Гөлсинә Әхмәтғәлиева, ә атҡаҙанған металлург дәрәжәһенә Белорет металлургия комбинатының бер юлы өс хеҙмәткәре лайыҡ булды. Яугир-интернациалистарҙың хәтерен мәңгеләштереүгә күп көс һалған Рашат Фазлиәхмәтовҡа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку