Лайыҡлы баһа

Лайыҡлы баһа 30.06.2016

Бөгөн Республика башлығы бер төркөм хеҙмәт  алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Рөстәм Хәмитов  бүләкләнеүселәрҙе ҡотлап, бөгөн республика социаль-иҡтисади үҫеш кисерә һәм бында һеҙҙең һәр берегеҙҙең хеҙмәте һалынған тип билдәләне. Мәҫәлән, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең етештереү ҡеүәте һуңғы  дүрт йылда ғына дүрт тапҡырға артҡан. Бөгөн  дәүләт наградаларына лайыҡ булыусылар алдында был тарихи предприятие вәкилдәре лә бар. Һәм ошондай миҫалдарҙы тағы ла килтерергә мөмкин. Башҡортостандың ҡаҙаныштары  һәр хеҙмәт кешеһенең тырышлығы менән бөртөкләп йыйыла.
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, ҡеүәтле предприятиелар етәкселәре менән бер рәттән үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған ябай эшселәр, сәхнә оҫталары, ялан батырҙары һәм башҡалар. Беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, яңылыҡтар хеҙмәтенең иң  тәжрибәле һәм  мөләйем алып барыусыһы Гөлнур Вәлиева ла бөгөн Башҡортостандың  атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре тигән  мәртәбәле исемгә лайыҡ булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика