«Лабиринт»тан сығыу юлы

«Лабиринт»тан сығыу юлы 12.08.2014

Бөгөн 15 турист  «Турярҙам» операторы ярҙамында Грецияның Ираклион ҡалаһынан Өфөгә ҡайтты. Сит илдә ҡалған кешеләрҙе  «Турярҙам» компанияһы хеҙмәтләндерҙе. 2 августа  Рәсәйҙең эре туроператорҙарының  береһе «Лабиринт» үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатыуы тураһында хәбәр итте. Һөҙөмтәлә сит илгә ял итергә йүнәлгән һәм юлланмалар һатып алған 70 меңгә яҡын турист зыян күрҙе. Берәүҙәр сит илдән ҡайта алмай интегә, икенселәр путевкаларын тапшырып, аҡсаларын кире ҡайтарыу юлдарын эҙләй.

Альбина менән Артур сит илгә йыйған сумаҙандарын бушата. Үткән шәмбелә йәштәр законлы никахҡа ингән. Йәш ғаилә туйҙан һуң 11 августа Төркиәгә ялға йүнәлергә тейеш була. Әммә  Кәримовтарҙың хыялы селпәрәмә килә.  «Лабиринт» туроператоры бөлгөнлөккә төшөү сәбәпле, сәфәр өҙөлә.
Альбина Кәримова: «Әлбиттә, кәйеф ҡырылды, ике ай алдан әҙерләнгәйнек. Туроператор эшмәкәрлеген туҡтатыуы тураһында ишеткәс тә страховкалау компанияһына йүнәлдек. Беҙгә аҡсаларҙы ҡайтарыу тураһында бер нимә лә әйтмәнеләр, аңлатманылар. Бер яҡтан аҡса йәл, шул уҡ ваҡытта өйҙә булыуыбыҙға ҡыуанабыҙ».
«Ростуризм» федераль агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, «Лабиринт» туроператорының банкротҡа төшөүе тураһында хәбәрҙе 27 мең клиент сит илдә ялда ишетә. Ожмах ысын мәғәнәһендә тамуҡҡа әйләнә. Ял итеүселәр үҙ иҫәбенә йәшәргә, хәленән килгәндәр ҡайтанан билет алырға мәжбүр була. Туроператорҙың бөлгөнлөккә төшөүе тураһында ишеткәс тә компанияның  клиенттары төбәктәге офисына мөрәжәғәт итә. Бында зыян күреүселәр ике сиратта тора. Ялға йүнәлеп ҡайта алмаусыларҙың яҡындары һәм путевкалар менән әлегә ҡулланып өлгөрмәүселәр компенсация талап итә. Аҡсаларын ҡайтарыу өсөн кешеләр ғаризалар тапшыра.
Рәсәйҙең  туристик  индустрия  союзынан  хәбәр итеүҙәренсә, компенсациялар барыһына ла  тулы күләмдә түләнмәүе ихтимал. Юлланмаға сарыф ителгән аҡсаның 15-20 проценты ғына кире ҡайтарыласаҡ, тигән фекерҙә белгестәр. Шулай ҙа страховкалау компанияһына тейешле документтарҙы бар клиенттарға ла тапшырырға кәңәш ителә. Кәрәкле ҡағыҙҙар тураһында 8/347/266 - 51 - 51 номерына шылтыратып белергә мөмкин. Өфөнөң туристик компанияларының береһе көрсөккә ҡаршы үҙәк асҡан.  
Ниһайәт, сит илдә ҡалған туристарҙы тыуған яҡтарына ҡайтарыу мәсьәләһен бөгөн «Турярҙам» һәм «Корал тревел» компаниялары үҙ өҫтөнә алған. Белгестәр үҙ сиратында  ялға юлланма алыр алдынан ентекле уйларға кәңәш итә. Арзан хаҡҡа ҡыҙығып,  бер көнлөк туристик операторҙарға  ышаныу хәүефле. Юғиһә, ялың күңелһеҙ сәйәхәткә әйләнеүе ихтимал.  
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку