Кушнаренко районы Шәрип ауылындағы пай ерҙәре кемгә булыр?

Кушнаренко районы Шәрип ауылындағы пай ерҙәре кемгә булыр? 11.03.2016

Халыҡтан законһыҙ тартып алынған пай ерҙәре буйынса  Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай парламент тикшереүҙәре үткәрҙе. Бөгөн өсөнсө ултырышта уның һөҙөмтәләре иғлан ителде. Уның буйынса артабан башҡарма органдар эш алып барасаҡ.  

Был видеояҙма былтыр июль аҙағында Кушнаренко районының Шәрип ауылында төшөрөлдө. Халыҡ  үҙҙәренә  бүлеп бирелгән 7-шәр гектар ерҙән ҡолаҡ ҡаҡҡан. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында сыҡҡан репортаждарҙан һуң проблеманы Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары күҙәтеүгә алды. Мәсьәлә буйынса  өсөнсө ултырыш үтте. Ноябрҙә  уның буйынса енәйәт эше асылған. Әле тәфтиш комитеты тикшереү үткәрә. Закондарҙы белеп бөтмәгән  ауыл кешеләренең  пай ере «Агри» йәмғиәтенә күскән. Шәрип халҡы  ҡуртым документы урынына  һатыу хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйған. Ҡултамғаларҙың ҡайһы бере яһалма булыуы ла асыҡланған.  
Шәриптә йәшәүсе 117 кешенең  7-шәр  гектар ере  ни рәүешле «Агри» йәмғиәте  ҡарамағына күсеүен асыҡлау һәм эште аҙағына алып барып еткереү  менән  артабан башҡарма органдар шөғөлләнәсәк. Росреестр вәкиле әйтеүенсә, бөтә документтар ҙа законға ярашлы теркәлгән. Һатыу-һатып алыу килешеүҙәре бар. Әммә инициатив төркөм әйтеүенсә,  шулай ҙа уларҙа пай ере һәр кемдән ете гектар түгел, ә өсәр ярым гектар итеп күрһәтелгән. Уны асыҡлау буйынса ла һорауҙар күп.    
«Агри» хужалығы етәксеһе Ринат Мирғәлиевтың йыйылыштарға бер тапҡыр килмәүе  лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Киләсәктә республикала ошондай  эшмәкәрлеккә сик ҡуйыу маҡсатында башҡа мөрәжәғәттәр буйынса ла тикшереүҙәр алып барыласаҡ. Комитет  ултырышында  тағы  өс  закон проектына үҙгәрештәр индереү   ҡаралды. Уларҙың береһе - ауылда  мал көтөү тураһында.
Башҡортостанда малды сығарыу өсөн маршруттар билдәләнәсәк. Депутаттар фекеренсә, был алым хужаһыҙ йөрөгән малдарҙы кәметәсәк. Маршрутты ауыл хакимиәттәре үҙҙәре билдәләй. Әгәр мал юл аша үтә икән уның ваҡыты күрһәтелгән  махсус билдә ҡуйылырға тейеш. Көтөүсеһеҙ йөрөгән мал хужаһына өс, икенсе тапҡыр тәртип боҙғанда биш мең һум штраф һалыу ҡаралған. Ошо рәүешле депутаттар юлда йөрөгән малдарҙы һәм һөҙөмтәлә үлемесле аварияларҙы кәметергә иҫәп тота. Сөнки был проблема көндән-көн киҫкенләшә бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку