Краснокама районының Ҡарый ауылында төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Краснокама районының Ҡарый ауылында төҙөкләндереү эштәре дауам итә 04.12.2014

Әле төҙөүселәр ихаталарҙа эш алып бара, йорттар тулыһынса әҙер. Хәтерегеҙгә төшөрәм, август аҙағында республиканың төньяҡ-көнбайышы буйлап үткән ғәрәсәт ике кешенең ғүмерен өҙҙө, 76 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алғайны. Өс ай үтеүгә ауылда күләмле төҙөлөш эштәре тамамланған.

Ҡарый ауылында августа булып үткән көслө дауыл бер нисә минут эсендә донъяның өҫтөн-аҫҡа килтерә. Ғәрәсәт ағастарҙы тамырынан аҡтара, йорттарҙың ҡыйыҡтарын осора, стеналарын емерә. Ике кешенең ғүмерере өҙөлә.
Көслө дауыл Ҡарый ауылында ғына 33 йортҡа зыян килтерә. Уларҙың күбеһе бөтөнләй тергеҙерлек хәлдә булмай. Республика етәксеһе бер ай эсендә халыҡты торлаҡ менән тәьмин итергә тигән күрһәтмә бирә. Әле эштәр тамамланған, төҙөүселәр әле хужалыҡтарҙы кәртәләү эштәре менән мәшғүл. Йорттар элекке нигеҙҙәре урынына ултыртылған.
Пакреевтар  дауылдан баҙға төшөп ҡотолған. Ғәрәсәт уларҙың өйөнөң ҡыйығын алып осора, бер яҡ стенаны емерә, йыһаздарын юҡ итә. Дәүләт ярҙамында ғаилә яңы йорт туйлаған. Александр әле биҙәү эштәрен теүәлләй. Матди ярҙам түләнеүгә ҡарамаҫтан, ул ғына етмәне ти ғаилә башлығы.
Александр Пакреев, Ҡарый ауылында йәшәүсе: «Йортобоҙҙо төҙөкләндереүгә беҙ йөҙ мең һумға яҡын аҡса тотондоҡ. Ә дөйөм компенсация күләме  65 мең һум тәшкил итте. Ләкин барыбер  республика, район етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Улар ярҙам итмәһә нимә эшләр инек, белмәйем»...
Шул уҡ ваҡытта күрһәтелгән ярҙам менән ҡәнәғәт булмаусылар ҙа юҡ түгел. Сайсановтар ғаиләһе мәҫәлән, өйҙә лә өҫ кейемдәрен сисмәҫкә тырыша. Сөнки төҙөүселәр, йорт һалғанда тупаҫ хаталар ебәргән, күрәһең. Ошо сәбәпле нигеҙ туңа, өй һыуый. Өс балалы ғаилә, ауырыуҙарынан ҡурҡып,  бәләкәстәрен туғандарында йәшәтергә мәжбүр.
Зинаида Сайсанова, Ҡарый ауылында йәшәүсе: «Төҙөүселәр был йортто 9 көн эсендә төҙөп бөттө. Ниндәй сифат тураһында һүҙ булыуы мөмкин. Ә хатаһын бер кем дә танырға теләмәй, һеҙ эштәрҙе ҡабул итеп, тейешле актҡа ҡул ҡуйҙығыҙ тип яуап бирәләр».
Ғаилә  нисек ҡыш сығырын күҙ алдына ла килтермәй. Уларҙан айырмалы рәүештә, Лидия Васильеваның төҙөүселәргә дәғүәһе юҡ. Ул тик тейешле компенсацияһын алып бөтмәүенә зарлана. Тик башҡаларҙан айырмалы рәүештә, ҡатын йортон страховкалаған булған. Бөтә сығымдарын да ул ошо түләү иҫәбенә ҡапларға өмөт итә.
Лидия Васильева, Ҡарый ауылында йәшәүсе: «Страховка өсөн 6 мең һум иғәнә түләнем. Пенсионер өсөн был ҙур аҡса. Уның ҡарауы, күңел тыныс. Берәй хәл була ҡалһа, урамда тороп ҡалмаясағыңды беләһең»…
Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары буйлап үткән дауыл 500-гә яҡын йортҡа зыян килтерә, 26 ауылды утһыҙ ҡалдыра. Бынан тыш, тағы әллә күпме автоһәүәҫкәр тимер атын ремонтҡа алып барырға мәжбүр була. Әлбиттә, оҙаҡ йылдар йыйылған донъяны ҡабаттан тергеҙеү кеҫәгә һуға. Тик милектәрен алдан страховкалағандар ғына был осраҡта бер аҙ отошло хәлдә.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку