Косметика менән мутлашыусылар

Косметика менән мутлашыусылар 26.12.2015

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты «Дешели» бренды менән матурлыҡ салонында эшмәкәрлек алып барыусыларҙы тикшерә. Был фирма хеҙмәткәрҙәре мутлашыуҙа ғәйепләнә.  Фирма күберәк хаҡлы ялдағы ҡатындарҙы ылыҡыра. Клиенттар матурлыҡ салонында ҡиммәтле косметиканы һатып алыу өсөн ҙур суммаға кредит рәсмиләштереүенә зарлана. Һөҙөмтәлә зыян күреүселәр банктарға тиҫтәләгән, ҡайһы бер осраҡта йөҙәрләгән мең һум  бурыслы.

Өфөнән Римма Груздас матурлыҡ салоны эшмәкәрлегенән зыян күреүселәрҙең береһе. Бер сумаҙан косметика өсөн унан 130 мең һум аҡса һорайҙар. Аҡсаң етмәһә лә, аптырайһы түгел тип, фирма хеҙмәткәрҙәре уға кредит рәсмилләштерә. Ҡатын әйтеүенсә, ул үҙен гипноз аҫтында булған һымаҡ тоя.
Был конторала ҡәнәғәт булмаған клиенттарға һәм журналистарға өйрәнеп бөткәндәр, күрәһең. Бер кем ҡасмай, ишектәрҙе бикләмәй. Ләкин яуаптарҙан  аҡыллы ғына ситкә тайпылалар.
«Дешели» селтәренең яманаты тотош илгә билдәле булғанда ла, клиенттар ағылыуынан туҡтамай. Һөҙөмтәлә, тылсымлы рәүештә йәшәрергә теләүселәр кредитҡа бата. Ҡануниәт күҙлегенән ҡарағанда, хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлегендә законға ҡаршы бер нәмә лә юҡ. Сөнки клиенттар килешеүгә үҙ ҡултамғаһын ҡуя. Ләкин нишләптер селтәр тотош ил буйынса эшен туҡтатмай. Ләкин хәҙер улар менән Бөтә Рәсәй халыҡ фронты депутаттары ҡыҙыҡһына башлаған, мәсьәлә киләсәктә закон йәһәтенән көйләнәсәк.
«Дешели» косметика селтәре клиенттары белдереүенсә, улар документтарға ҡул ҡуйғанда гипноз аҫтында, йә иһә фирма хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән һыуға ҡушылған ниндәйҙер тилерткес матдә тәьҫирендә булған. Бәлки киләсәктә косметика менән мутлашыусылар бөтөр. Ләкин был селтәрҙең хеҙмәттәренә ихтыяж һаман да ҙур булыуы, йәшәрергә теләүселәр күп булыуы ауырлыҡтар тыуҙыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку