Коммуналь уңайлыҡтар тарифы быйыл башҡа артмаясаҡ

Коммуналь уңайлыҡтар тарифы быйыл башҡа артмаясаҡ 27.09.2014

Йылылыҡ, һыу һәм электр өсөн хаҡтарҙың үҙгәреүе законға ярашлы киләһе йылдың июлендә мөмкин. Был турала һүҙ  ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар етәкселәре, ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығындағы түңәрәк өҫтәлдә барҙы.

Быйыл коммуналь хужалыҡты капиталь төҙөкләндереү сиктәрендә 5 километрҙан ашыу йылытыу селтәрҙәре алмаштырылған. Әйткәндәй, бөгөнгә уларҙың 45 процентҡа яҡыны иҫкергән тип һанала. Ә бына ҡаланың ҡар йыйыу техникаһы менән тәьмин ителеүе ҡәнәғәтләндерерлек тип һанала, быйыл уларҙың һаны 400-ҙән ашҡан. Автомобилдәрҙең күплеген иҫәпкә алып, ихаталарҙағы ҡарҙы сығарыу өсөн хәҙер  бәләкәй габаритлы техника отошлораҡ тип билдәләй коммуналь хеҙмәттәр. Йылытыуға килгәндә иһә, йорттарҙы тоташтырыу тамам тиерлек, фатирҙарҙы йылытыу 10-12 көндән башланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика